Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2018, 02:00

Тәбиғәтте һөйөп үҫә бәләкәстәр

20 апрелдә Этҡол ауылы моделле китапханаһында балалар баҡсаһының өлкән төркөмө балалары менән тәбиғәтте һаҡлауға арналған бик матур, фәһемле викторина үтте.

20 апрелдә Этҡол ауылы моделле китапханаһында балалар баҡсаһының өлкән төркөмө балалары менән тәбиғәтте һаҡлауға арналған бик матур, фәһемле викторина үтте.
“Экологик грамоталылыҡ аҙнаһы сиктәрендә” “Тәбиғәт серҙәре” темаһына арналған уйын-ярыш төрлө заманса алымдар, презентациялар менән – ҡоштар,йәнлектәр һүрәтен дә, мульфильмын да күрһәтеп, балалар ҡыҙыҡһыныуын үҫтергәндән үҫтереп ойошторолдо. “Мин беләм” уйынында туп ҡулдарына эләккән һайын төрлө йәнлектәрҙе иҫләгән балалар хәҙер бик күп хайуандар, ҡоштар атамаларын хәтеренә һалып ҡуйҙы. Аудиояҙманан ҡоштар һайрауын тыңлап, уларҙы айырырға өйрәнгән бәләкәстәрҙең ихлас ҡыҙыҡһыныуын, зирәк, сәмле булыуҙарын күреп шатландыҡ.
Сара аҙағында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа “Малай һәм Ер” мультфильмын ҡарап, тәрбиә яғынан күп нәмә алды - тәбиғәт өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы.


Читайте нас: