19 һәм 20 апрелдә Этҡол ауыл Советы биләмәһендә Ирекмәндәр йылына арнап, экология өмөһе ойошторолдо. “Тәбиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлайыҡ” исеме аҫтында үткән эшкә бар халыҡ ҡушылды – ауыл советы, мәҙәниәт йорто, ҡаҙанлыҡ, ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре биләмә буйлап йөрөп, ерҙе сүп-сарҙан таҙартты.
Ҡашалаҡбаш юлы буйлап Этҡолға тиклем һәм Аҙнай - Уразбай ауылдары араһынан үтте өмәселәр. Ауыл советы хакимиәте тыуған, йәшәгән еребеҙ торошона битараф булмаған, егәрле, ихлас күңелле ауылдаштарға ҙур рәхмәтен белдерә.