Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2018, 02:00

Осрашыу файҙалы үтһен

20-21 апрелдә “Инсайт” психологик медицина социаль ярҙам үҙәгендә (Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 56) ата-әсәләр өсөн «Рухи-әхлаҡи һөйләшеү» тип аталған осрашыу үтәсәк.

20-21 апрелдә “Инсайт” психологик медицина социаль ярҙам үҙәгендә (Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 56) ата-әсәләр өсөн «Рухи-әхлаҡи һөйләшеү» тип аталған осрашыу үтәсәк.
Рәсәй Президенты Грантына Ишембай районы муниципаль районы социаль үҫеш хәйриә фондының “Бергә үҫәбеҙ” проекты сиктәрендә уҙғарылған был сараның маҡсаты - инвалид һәм физик мөмкинлектәре сикле балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙә рухи-әхлаҡи тәрбиәне күтәреү. 20 апрелдә 12.00 сәғәттә Свято-Троицкий сиркәүенең өлкән священнигы отец Сергий (Семенов), 21 апрелдә 13.00 сәғәттә мәсеттең имам-мөхтәсибе Илшат Хафизов менән осрашыу буласаҡ.
Читайте нас: