Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2018, 02:00

Ҡот, ырыҫ ҡундыра сабыйҙар

Уҙған йома ҡалабыҙҙың бала табыу йортонда әсәйҙәр менән сабыйҙарҙы тантаналы оҙатыу булды.

Уҙған йома ҡалабыҙҙың бала табыу йортонда әсәйҙәр менән сабыйҙарҙы тантаналы оҙатыу булды. Әсәйҙәрҙән бигерәк тулҡынланып, бәләкәстәрен тәү тапҡыр ҡулға алған атайҙар, күмәк йыйылған туғандар кисерештәре матур ваҡиға булып ғаилә тарихына яҙылды.
Ғаилә йылы айҡанлы район һәм ҡаланың ЗАГС бүлеге ойошторған сарала өс сабыйға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
- Балалар тыуыуы менән тәбрикләү – эшебеҙҙең иң матур мәле, тәүгегә ата-әсәй булған Хисамовтарҙы, Николаевтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ. Ә Лутовтар ғаиләһен ҡыҙҙары Милана ишле ғаиләләр рәтенә баҫтырҙы. Сабыйҙарығыҙҙы имен-аман, бәхетле үҫтерегеҙ, - тип теләне ЗАГС бүлеге начальнигы Әлфиә Мостафина.
Бындай тантана беренсегә ойошторолмай, Ғаилә йылында бала табыу йорто менән берлектә йышыраҡ та үткәреү ниәте бар.
- Өс бала тәрбиәләгәндәргә күп балалы ғаилә тиһәләр, 7-8 бала үҫтергән беҙҙең олатай-өләсәйҙәр алдында уңайһыҙ булып китә. Ҡатыным да, үҙем дә ишле ғаиләнән, көтөп, теләп алдыҡ бәләкәсебеҙҙе, - ти хәҙер өс ҡыҙ атаһы Наил Лутов. - Өйҙә Милананы апайҙары түҙемһеҙләнеп көтә. Туғандар терәге булыу – ҙур бәхет ул.

Фото: автор.
Читайте нас: