Һаулығың - байлығың, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Бының шулай икәнлеген һаулығымды юғалтҡас ҡына аңланым. Нисек кенә көслө рухлы булһам да, тамам хәлһеҙләнеп түшәккә йығылғанда, таныштарымдың береһенән, һөлөк ҡуйҙырып ҡара, Зәлиә Кәримова һинең һымаҡ ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтыра ул, тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалдым.
Мөғжизәгә ышанмаһам да, шулай бер көн уның ҡабул итеү бүлмәһенә килеп керҙем. Ҡарап тороуға бик мөләйем ҡатындың ышаныслы итеп, үҙенең дауалау алымдары тураһында һөйләүе мине тынысланырға мәжбүр итте. Ысынлап та, уның үҙенсәлекле дауалау алымдарының файҙаһы тейҙе. Электән йәшәп килгән, әммә онотолоп тороп, хәҙер инде халыҡ араһында ныҡлап тарала башлаған алымдар менән дауаланыуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Шуға күрә Зәлиә Кәримованың дауалау алымдары менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырырға булдым.
- Зәлиә, үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле.
- Бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Ошо теләгем мине Стәрлетамаҡ медицина училищеһына алып килде. Бәләкәй саҡта уҡ өләсәйемә эйәреп төрлө шифалы үләндәр йыя торғайным. Ниндәй үлән ҡайһы ауырыуға ярҙам иткәнен дә ул өйрәтте. Студент йылдарында халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһындым. Бына 4 йыл инде ауырыуҙарҙы традицион булмаған ысулдар менән дауалайым. Ошо юҫыҡта белемемде камиллаштырыу ниәтенән Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында уҡып ҡайттым.
- Зәлиә, бөгөн һеҙ кешеләрҙе һөлөк һалыу һәм хиджама ысулдарын ҡулланып дауалайһығыҙ. Быға нисек килдегеҙ?
- Һөлөк һалыу борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың дауалау ысулы ул. Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп сифаттарға эйә: уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестеринды иретә, сир таратыусы, хатта заманса антибиотиктар ҙа еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеүҙе, аллергияны бөтөрә. Күҙ ауырыуҙары клиникаһында һөлөк ярҙамында глаукома кеүек ауырыуҙың өйәнәген баҫып та була. Ул күҙ баҫымын төшөрә, күҙ туҡымаларының туҡланыуын нормаға килтерә. Кардиологияла ла һөлөк киң ҡулланыла. Стенокардия өйәнәге, гипертонияны дауалауҙа һөлөктөң йоғонтоһо ҙур. Был осраҡта ҡан әйләнеше, веналағы ҡандың йөрөшө яҡшыра. Баш ауыртыу, баш әйләнеү, йөрәк тирәһендәге, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарының ауыртыныуы үтә.
- Һөлөк менән дауалау ниндәй ауырыуҙарға килешә?
- Бында ниндәй ауырыу ваҡытында һөлөк һалырға ярамағанлығын һанап үтеү еңелерәк. Гемофилия - ҡандың ойошоусанлығы боҙолоуы, аҙ ҡанлылыҡ, юғары температура, биҙгәк, йоғошло ауырыуҙар ваҡытында, яман шеш диагнозы булыусыларға ҡуйырға ярамай. Әйткәндәй, 4-се стадия онкологик сирлеләргә һөлөк һалып, ауыртыныуҙарын баҫырға була.
- Бөгөн күберәк ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?
- Ҡан баҫымы юғары булыусылар, йөрәктең ишемия сирҙәре диагнозы ҡуйылыусылар, шешенеүгә килтергән артроз сирлеләр, фурункул сығып йонсоусылар күберәк мөрәжәғәт итә. Һуңғы арала баштары ауыртып яфаланыусылар күп килә башланы. Шулай уҡ гинекология мәсьәләләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Веналарҙың варикоз киңәйеүе булғанда, гепапоза, гепатитты дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Бауырҙы ошо ысул менән дауалау ҙур һөҙөмтә бирә. Һөлөк һалғандан һуң биохимия анализынан да ыңғай үҙгәреш күрергә мөмкин: билирубин, юғары булған ферменттарҙың кәмеүе күҙәтелә. Простатит яҡшы дауалана, ыңғай һөҙөмтә бирә.
- Файҙаһы тейһен өсөн нисә сеанс кәрәк?
- Сеанстарҙы кешенең организмы үҙенсәлектәренән сығып билдәләйем. Өстән алып унға тиклем дә булыуы ихтимал, уртаса ете сеанс тәғәйенләйем.
- Һөлөктәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ һәм файҙаланылғандарын ни эшләтәһегеҙ?
- Фабрикаларҙа үҫтерелгән, сертификаты, лицензияһы булған ышаныслы фирмаларҙан медицина тәғәйенләнешендәге һөлөктәрҙе һатып алам. Ҡулланылған һөлөктәрҙе һөлөк һалдырыусыларҙың үҙҙәренә
- Күптәр хиджама менән дауалауҙың нисек икәнен аңлап етмәй. Уның тураһында бөтөнләй ишетмәгәндәр бар.
- Хиджама ғәрәп теленән «һурып алыу» тип тәржемә ителә. Йәғни ул капиллярҙарҙан ҡанды һурып ала. Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе үк был ысулдың бик файҙалы булыуын, күп ауырыуҙарға шифа биреүен, ләкин билдәле нөктәләрҙе белеп кенә эшләргә кәрәклеген әйткән. Бөгөн төрлө тәжрибәләр үткәреп ҡарап, ғалимдар уның һөҙөмтәлелегенә хайран ҡалған. Ул ҡан баҫымын нормалләштергән, ҡан ағыҙыуҙан һуң шештәр, яман шештәр, тамырҙарҙың варикоз киңәйеүе бөткән, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге тергеҙелгән. Был процедураны бөтөн тәнгә эшләргә мөмкин. Сүриә, Франция, Америка медиктары хиджаманың иммунитетты нығытыуын һәм дауаланыуҙың ысынлап та дөрөҫ ысул икәнен белдерә. Был иһә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең: «Дауа - өс нәмәлә: бал эсеүҙә (борон бал ҡортоноң балын кәсәләп эскәндәр), хиджамала һәм көйҙөрөп дауалауҙа», - тигәнен раҫлай. Рәсәйҙә 5 йыл элек хиджама процедураһы популярлашты. Нимә һуң ул? Хиджама – ул кешене бөтә төр ауырыуҙарҙан ҡан ағыҙыу юлы менән дауалау. Беҙҙең эраға тиклем ул билдәле булған. Ҡан ағыҙыу - иң ябай, әммә һөҙөмтәле юл менән ауырыуҙар тәненән бысраҡ ҡанды сығарыу. Ҡан ағыҙыуҙы мосолман календары буйынса һәр айҙың 17, 19, 21 көнөндә эшләү һәйбәт. Дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна көндәре бик уңышлы һанала. Әлбиттә, кеше организмы үҙенсәлекле, шуға күрә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Хиджама простатит, геморрой, диабет, гепатит, ревматизм, баш һәм муйын ауыртыуҙарын ала. Ошо өлкәлә эшләгән белгестәр хиджама ярҙамында мәңгелеккә хроник арыу, артроз, эсәк, бауыр, күҙ ауырыуҙарынан, йөрәк-ҡан тамырҙары, бронхиаль астма, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан ҡотолоп булыуын иҫбатлай. Ҡан ағыҙыу Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь, Саранск ҡалаларында киң танылыу яулаған. Ошо ысул менән дауаланыусылар әйтеүенсә, кәүҙә еңеллек тоя, түгелгән көс кире ҡайта.
- Тағы ла ниндәй алымдар менән дауалайһығыҙ?
- Ҡатын-ҡыҙ – ул гүзәл зат. Ул һәр ваҡыт матур булырға тейеш. Һәр беребеҙ тышҡы матурлыҡты оҙаҡҡа һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша. Йөҙҙөң йәш ҡалыуы өсөн скульптура массажы ярҙам итә. Был ысулды Франция косметологы Жоэль Сиокко уйлап сығарған. Операцияһыҙ йөҙҙөң матурлығын һаҡлап алып ҡалып булыуын ул ошо массаж ярҙамында иҫбатлай. Өфө ҡалаһына барып, биткә яһай торған һылауға өйрәнеп ҡайттым. Ошо массаж хатта пластик операцияны алыштыра, битте йәшәртеү көсөнә эйә. Ул тире туҡымаларына тәрән үтеүсе “скульптура буккаль” массажы тип атала.
- Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Кеше - тәбиғәт бүләге. Тормоштан йәм табып йәшәү өсөн, иң беренсе, сәләмәтлек кәрәк. Һәр кеше теге йәки был ауырыуҙарға дусар булғансы, һаулығы тураһында ҡайғыртһын ине! Байлыҡ башы һаулыҡта бит.
КИРЕ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ БУЛЫУЫ МӨМКИН
БЕЛГЕС КӘҢӘШЕ ТАЛАП ИТЕЛӘ