Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2018, 02:00

Тырыштарға эш ҡарышмай

Көндәр йылытып ер ҡарҙан әрселеү менән халыҡ дәррәү тирә-яҡты йыйыштырыу эшенә кереште.

Көндәр йылытып ер ҡарҙан әрселеү менән халыҡ дәррәү тирә-яҡты йыйыштырыу эшенә кереште. Ауылдарҙа һәр кем йәһәтләп үҙ ихатаһын матурларға ашыға.
Төҙөк, тирә-яғы бөхтә ихаталар был йортта уңған хужалар йәшәүен белгертә. Ошондай егәрле ғаиләләр Этҡол ауылында ла байтаҡ. Уларҙың береһе Зилә һәм Шәрәфетдин Аҫылғужиндар йорто. Беҙ барғанда Зилә апайҙы улдары Илнур һәм Айнур Сәйфетдиновтар менән йорт алдарын тырмалап, һепереп йөрөгән мәлдә тап иттек. Береһе тырмалай, икенсе һеперә, өсөнсөһө йыйылған сүпте тоҡҡа тултыра.
Зилә апай сәскәләр, гөлдәр үҫтерергә лә ярата.
- Ошо рәүешле беҙ балаларҙа матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Йәшәгән еребеҙ күркәмлеге күңел торошона ла йоғонто яһай. Яңыраҡ мәсеткә лә гөлдәр алып барҙыҡ. Тормош иптәшем унда имам булып эшләй, шуға изге йортто ла йәмләргә тырышабыҙ, - тине ул.
Фото: автор.
Читайте нас: