Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2018, 02:00

Кафе асыу өсөн Прагала уҡыу мотлаҡ түгел, әммә мөһим!

Бизнес, йәштәр донъяһы, мөмкинлектәр тураһында үҙенсәлекле кафеның хужаһы Илдар ДӘҮЛӘТЙӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ишембай ҡалаһында туҡланыу урындары етерлек. Ҡайһыһы “саф һауала аяҡ өҫтө баҫып” ашауға ҡайтып ҡала, бәғзеләрендә официанттар сәйнәп кенә ҡаптырмай тиерлек. Барыһының араһынан берәүһе бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә. Хаҡтар, аҙыҡ төрлөгө... Юҡ, сәбәп башҡала. Ҡыҫҡаһы, был туҡланыу урыны ғына түгел, әйтерһең дә ижад йорто... Ошо хаҡта, ғөмүмән, бизнес, йәштәр донъяһы, мөмкинлектәр тураһында үҙенсәлекле кафеның хужаһы Илдар ДӘҮЛӘТЙӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


- Илдар, Европаса стилле бындай кафеларҙы ҙур ҡалаларҙа йыш тап итергә була. Ә бына Ишембай өсөн, минеңсә, яңылыҡ булып тора.


- “Эстәге бүренең” башына төрлөсә етергә мөмкин. Кибет-кафенан тултырма ҡыҫтырылған күмәс һатып алып, ашай-ашай атларға була. Ә шул уҡ ваҡытта ниңә кинәнеп, йомшаҡ диванға ултырып, музыка тыңлап, тамаҡ ялғамаҫҡа! Туҡланыу – үҙе ижади эш. Кешеләр кафеға килеп ял итеп тә ҡайтырға йәки рухи аҙыҡ алып та хушлашырға тейеш, минеңсә. Бизнесымды ошо принциптан сығып ҡорҙом. Мәҫәлән, беҙгә күпләп мәктәп уҡыусылары килә. Ошонда уҡ бешерелгән аҙыҡ менән туҡланып алғас, улар төрлө өҫтәл уйындарында

мәж килә. Һөйләшеп ултыра. Урамда йөрөгәнсе ошондай аралашыуҙар насар түгелдер, тип уйлайым. Иртән олораҡ быуын инһә, кисен иһә йәштәр йыйыла. Тамаҡ ялғағанда тере музыка тыңлайҙар, уйындарҙа ҡатнашалар. Музыканттарға килгәндә, кафе ниндәйҙер ижади йортто хәтерләтә – кемдер яңы йырын башҡарып ҡарарға теләй, бәғзеләр тамашасы алдында тәүгегә сығыш яһай. Шулай уҡ билдәле башҡарыусылар ҙа ҡунаҡҡа килә. Ғөмүмән, һәләтен үҫтерергә теләүсе дуҫтар күп, шуға музыканттарһыҙ ҡалған юҡ, филармониялай гөрләп торабыҙ. Шуныһы мөһим: был ашхана ла, эскегә-һуғышҡа ҡоролған урын да түгел, ә ял ваҡытын мәҙәниле итеп аралашып үткәреү өсөн асылған кафе. Ҡалала студент йәштәр барыр урын да кәрәк, нисек кенә булмаһын, Ишембайҙа юғары һәм бер нисә урта белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Тик, студент кешенең кеҫә яғы, билдәле, ҡалын түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, хаҡтарҙы мөмкин тиклем ҡулайлаштырырға тырышабыҙ. Әммә, әйтеп үтеүемсә, был төп критерий түгел. Билдәле: бизнеста һәр ҡайһыһы һан менән алдырмай, кемдер сифатҡа, үҙенсәлеккә өҫтөнлөк бирә. Кафе эшендә бер аҙ тәжрибә бар, быныһын асҡанға тиклем дә әлеге йүнәлештә эшләнем. Әммә Ишембайға нәҡ тамаҡ ялғап ҡына түгел, ял итеп алыу урыны ла кәрәклеген тойҙом. Беҙ башҡаларҙан кәмме ни! Шуныһы шатлыҡлы: кеше өҙөлмәй.


- Кафеңдың майҙаны ҙур ҙа түгел, ә музыканттар урын алған, уйындар үткәрәһегеҙ. Чизбургерҙар әҙерләргә лә шарттар кәрәк бит әле.


- Ҡуртымға алған бинала шулай һәр сантиметрҙы тиерлек иҫәп менән ҡулланырға тура килә. Әгәр ҙә дөрөҫ итеп уйлағанда, һәр мөйөштән, һәр күренештән файҙа алырға мөмкин.


- Күренеш тигәндән, үҙенсәлекле биҙәлеш тә халыҡты йәлеп итмәй ҡалмайҙыр?


- Кеше үҙен ҡулайлы мөхиттә тип тойһон өсөн “шәрә” стеналарҙы төрлө төҫтәге аҡбур ярҙамында йәштәргә яҡын темалы һүрәттәр менән биҙәнек. Яҡтыртҡыстар, өҫтәлдәр – кафе уңышлы эшләһен өсөн һәммәһе лә мөһим. Тәмле ризыҡ - бер, ул ризыҡты килеүселәргә тәмләп ашатырға ла кәрәк.


- Кафены йәлеп итерлек кимәлгә еткерер өсөн хәҙер үҙҙәренең хеҙмәтен тәҡдим иткән төрлө компаниялар бар. Абруй, биҙәлеш, халыҡ араһында реклама... Ошондай хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә тура килдеме?


- Барлыҡ идеялар ҙа үҙемдең башта яралды. Биҙәлеш, меню өҫтөндә лә үҙем эшләнем. Киске ялды ла үҙем алып барам. Был идеяларҙы Европа тәжрибәһен ҡулланып атҡарам. Прагала уҡыған саҡта официант булып эшләнем, фотограф бурысын атҡарҙым. Ял һәм күңел асыу индустрияһын өйрәндем.


- Ә ниңә, кафе асыр өсөн Прагала белем алыу мотлаҡмы ни?


- Мотлаҡ түгел, әммә мөһим. Был шөғөлгә бөтөнләй сит күҙлектән бағырға мөмкинлек сыҡты. Әлеге йүнәлештә бизнес үҫешен башҡа ерлектә һәм башҡа кимәлдә өйрәндем. Тик алған һабаҡтарҙы урында йәшәйешебеҙгә, менталитетыбыҙға яраҡлаштырып ҡулланырға тура килә. Чехияла кафе-ресторан эшмәкәрлеге башҡасараҡ. Мәҫәлән, унда кафе асыуы, бюрократик аҙымдарҙы күҙ уңында тотҡанда, күпкә еңелерәк. Сығымдар буйынса ла аҙыраҡ аҡса китә, сөнки ҡуртым, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар осһоҙораҡ. Хеҙмәтләндереү айырыуса башҡа төрлө: “һуҡтым йыҡтым, барҙың төштөң” тип ҡаршы алмайҙар һәм оҙатып ҡалмайҙар. Хәйер, йәшәү рәүеше лә беҙҙекенән күпкә айырыла. Етди, шул уҡ ваҡытта еңел (тормошҡа еңел ҡарау) тип әйтер инем. Мәҫәлән, кешеләр мотлаҡ юғары уҡыу йорто тамамларға тип тырышып ятмай. Уның ҡарауы, киң күңеллегебеҙҙе һағынып, хислелегебеҙҙе юҡһынып ҡайттым.


- Тимәк, һин бизнес алымдарын ғына түгел, тормош мәғәнәһен дә өйрәнгәнһең. Сәфәрең үкенерлек түгел икән...


- Мәктәпте тамамлағас, тейешле балдар йыйып, Мәскәүгә бюджетҡа абруйлы ғына техник вуздарҙың береһенә уҡырға индем. Әммә быға тиклем махсус программа буйынса Прагала уҡырға тип имтихандар тапшырып өлгөргәйнем инде, саҡырыу килгәс, инде баш ҡала студенты тигән исемде иңгә һалғас, ата-әсәйҙе аптырашҡа һалып, сит илгә сыҡтым да киттем. Бер йыл тел өйрәндем, артабан иһә һөнәрем буйынса уҡыным. Әйткәндәй, ул нәҡ бизнес, идара итеүгә бәйле. Тик, дөрөҫөн әйткәндә, Прагаға мине бөтөнләй икенсе сәбәп килтерҙе. Мәктәптә уҡығанда интернет аша бер ҡыҙ менән танышып, үлеп ғашиҡ булдым – ул нәҡ Европанан ине. Шул ҡыҙҙы күреү теләге алып сығып китте Чехияға.


- Ул ҡыҙ хәҙер ҡайҙа?


- Тәүге мөхәббәт тормош буйынса ла, мөхәббәттә лә үҙ һабаҡтарын бирҙе. Ул ҡыҙ һаман да Европала йәшәй, тик инде үҙ ғаиләһе менән. Беҙ мөхәббәт һыуыныуы йәки хыянат арҡаһында түгел, ә икебеҙ ике менталитет, башҡа ил вәкилдәре булараҡ араларҙы өҙөргә булдыҡ. Сәйерерәк яңғырайҙыр, әммә хәҡиҡәт шулай.


- Европаса мөхәббәт шулай булалыр, бәлки, был аҙым буйынса артабан бәхәсләшергә лә мөмкин, әммә һөйләшеүҙе белем алыу юҫығында дауам итке килә: сит илдә уҡыуы ҡиммәткә төшәме?


- Кемдәр шул илдең телендә белем алырға теләй – бюджет урындар ҡаралған, әммә, алдараҡ әйтеүемсә, бының өсөн телде мотлаҡ өйрәнергә кәрәк. Йәшәү ҙә ҡиммәткә төшә тип әйтмәҫ инем. Улай ғына ла түгел, яҡындарың түккән аҡсаны, эшләп, кире ҡайтарырға мөмкин. Сер түгел, атай-әсәйҙе бер аҙ кредитҡа батырырға ла тура килде. Хәйер, улар ҙа, мин дә үкенмәйем. Белем алдым, аҡса кире ҡайтты. Шуға сит илдә белем алырға теләүселәргә ҡурҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Эҙләһәң, әмәле барыбер ҙә сығып тора. Мәҫәлән, байтаҡ белем алыу программалары эшләп килә. Һорашырға, соҡонорға ғына кәрәк. Тик был һүҙҙәр уҡыуға ғына ҡағылмайҙыр, ял итеү, үҫешеү өсөн дә мөмкинлектәр сығып тора. Кемдер мөмкинлектәр юҡ, ҡыҫалар, тип сит ҡалаға, алыҫ Себергә эшкә китә. Ә шул уҡ ваҡытта шарттарҙы бында ла табырға була – бер ишектән сығарһалар, икенсеһенә ин, өсөнсөһөнә. Үҙеңдең ҡулыңдан килмәһә, кеше ялла, өгөтлә. Гранттар бар, субсидиялар һәм башҡалары... Ауыр һулап, ҡайғыра башлаһаң, әлбиттә, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.


- Кафеға әйләнеп ҡайтҡанда, һин ойоштороусы ғына түгел, кисәләрҙе алып барыусы икәнеңде лә әйтеп ҡуйҙың...


- Мәктәптә уҡығанда бер мәл ритайым бара ине. Ғәҙәттәгесә, ҡыҙҙар бейей, малайҙар тәҙрә төбөндә өймәкләшкән. Шул саҡ был стереотипҡа нөктә ҡуйырға булдым һәм өй шарттарында брейк бейеүҙәрен (брейк-данс) өйрәнә башланым. Үҙемдең сығыштарымды интернетҡа һалдым, аралашып, сәхнә оҫталығы, алып барыусылар, КВН менән ҡыҙыҡһынырға тотондом. Шулай ҡала кимәлендә КВН донъяһына инеп киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Республика кимәлендәге сығыштар һәм башҡалары ла килде яйлап. Белем алыу ғына түгел, шул бейеүҙәр, КВН-дар әлеге эшемдә ярҙам итә. Ғөмүмән, мин – ижади кешемен. Һәр эштә лә ижади алым ҡулланырға тип баш ватам. Бәлки, кемгәлер был ҡатмарлы аҙымдыр, миңә иһә шулай ҡыҙыҡ, эшемдән йәм табам. Сәхнә ижадына ныҡлабыраҡ туҡталып киткәндә, бер мәл ТНТ каналы үткәргән кастингта ҡатнашып, алып барыусы булараҡ бер проектҡа үттем дә әле – быныһы Праганан ҡайтҡас булды. Әммә инде Мәскәүгә остом тигәндә генә үҙемде әлеге бизнеста һынап ҡарау теләге тыуҙы. Атай-әсәйемдең аҫтан үҫергә кәрәк, тигән хаҡиҡәте бар, Мәскәүҙе йәки башҡа берәй ҙур ҡаланы яулау бәләкәйенән башланһа, ғәҙелерәк булыр тигән һығымтаға килдем. Шуға, әлеге кафе тейешле кимәлгә үҫешеп еткәс, артабан ынтылырға уйлайым. Шулай үҙемде эҙләй-эҙләй, һынай-һынай үҫешергә булдым.


- Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Кәңәштәреңә йәштәр ҡолаҡ һалыр тип ышанғы килә. Уңыштар!


- Рәхмәт. Ҡалыптарға таянып ҡына йәшәмәһендәр, йөрәк ҡушыуы буйынса ла хәрәкәт итегеҙ, тип өҫтәге килә.
Читайте нас: