Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2018, 02:00

Робот төҙөүселәр осрашасаҡ

13 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһы республиканың робот төҙөүселәрҙең төп ҡалаһына әйләнәсәк.

13 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһы республиканың робот төҙөүселәрҙең төп ҡалаһына әйләнәсәк.


БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “РобоПром-2018” II Асыҡ республика фестивале уҙасаҡ. Фәнни-техник ижад менән шөғөлләнеүсе балалар һәм профессоналдар бында үҙҙәренең уникаль эштәрен күрһәтәсәк, төрлө йүнәлештәр буйынса конкурстар ҙа ҡаралған. Уҡыусы балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолһа, уҡытыусылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр бергәләшеп уҡыу-методик материалдар өҫтөндә эшләйәсәк. Ҙур сарала ошо арала Мәскәү, Ҡазан ҡалаһында ил кимәлдә үткән ярыштарҙан еңеү менән ҡайтҡан Ишембай робот техниктары ла ҡатнашасаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында Венера Рәхимова етәкселегендә шөғөлләнгән малайҙар был юлы ла үҙ һөнәрҙәрен лайыҡлы күрһәтмәксе.


Читайте нас: