Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2018, 02:00

Михнәттәрен дә, һөйөнөстәрен дә татый

Ишәй ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ошо ауылда йәшәүсе Нурия Ишморатованы 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне.

Ишәй ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ошо ауылда йәшәүсе Нурия Ишморатованы 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне.
Нурия инәй тыл ветераны, ғүмер буйы колхозда эшләгән, сөгөлдөр үҫтереүҙә уңыштарға өлгәшкән.
Ҡанаҡай ауылында тыуып-үҫкән Нурия Батыргәрәй ҡыҙының бала сағы, үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килә. Шуға ауырлыҡтар ҙа уның иңенә аҙ төшмәй. Әсәһе һуғыш башланған йылда йәшләй генә вафат була, атаһын кулак тип һанап мөлкәтен тартып алалар.
Үҫеп буй еткергәс, һылыу ҡыҙ Ишәй егете Ишмөхәмәт Ишморатов менән ғаилә ҡороп донъя көтөп алып китәләр.

Дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр, уларҙы аяҡҡа баҫтыралар.
Бала саҡтан хеҙмәт менән сынығып үҫкәнгәме, Нурия инәй тормош көткәндә лә бер эштән дә ҡурҡмай тырышып эшләй. Колхозда оҙаҡ йылдар тир түккән өсөн уға Хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исем дә бирелә.
90 йәшлек мәртәбәле ғүмер үренә аяҡ баҫҡан Нурия инәй бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең иғтибарында, хәстәрендә йәшәү үҙе ҙур шатлыҡ. Юбиляр өсөн йәшәү көсө, дәрт биреүсе сығанаҡ ул - балалары Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше Ишмөхәмәт Мәжит улы ғына яҡты донъяларҙан мәңгелеккә китеп барған.
Шулай ҙа Нурия инәй ҡартлыҡҡа бирешергә уйламай. Тыныс, имен тормошобоҙҙоң һәр көнөнә ҡыуанып йәшәй. Яңыраҡ үткән һайлауҙарҙа ул һайлау участкаһына үҙе барып тауышын биргән. Уға киләсәктә лә рухи көс һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
Читайте нас: