Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2018, 02:00

Ни өсөн өҫтәмә түләү иҫәпләнгән?

Март айы өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы: нилектән йылылыҡ өсөн өҫтәмә түләү күрһәтелгән?

Март айы өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы: нилектән йылылыҡ өсөн өҫтәмә түләү күрһәтелгән? Квитанцияның икенсе яғында ҡайтанан иҫәпләүҙең сәбәбе аңлатылып, тулы мәғлүмәт килтерелгәйне. Әммә халыҡтан ҡабул ителгән шылтыратыуҙар буйынса күбеһе уны уҡып тормаған тигән һығымтаға килергә була.


Йорттарында йылыға дөйөм иҫәп приборы ҡуйылған фатир хужалары уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса йылылыҡ өсөн ҡайтанан иҫәпләүҙәр башҡарылғанда уның күләме кәмеүгә табан үҙгәреүенә ғәҙәтләнгән. Ниңә был юлы улай түгел? 2017 йыл йомғаҡтары буйынса йылытыуға өҫтәмә түләү сәбәбен аныҡлағанда, түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк. Элегерәк, 2017 йылға тиклем, йылылыҡ өсөн түләү коммуналь хеҙмәтте ҡулланыу нормативы буйынса (фатирҙың дөйөм майҙанының 1 квадрат метрына 0,021 Гкал иҫәбенән) йыл дауамында тигеҙ өлөш менән иҫәпләнде. Күп фатирлы йорттарҙа фатир хужаларын, бүлмәләр менән ҡулланыусыларҙы һәм торлаҡ йорттар хужаларын коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се Ҡарарында (пункт (42(1) раҫланған ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, 2017 йылда йылылыҡ өсөн түләү икенсе тәртиптә башҡарыла.


Йорттарҙа йәшәүселәргә йылылыҡ өсөн түләү шулай уҡ календарь йыл дауамында бер тигеҙ иҫәпләнеп барҙы, әммә иҫәпләүҙәр йылылыҡ ҡулланыуҙың 2016 йылдағы уртаса айлыҡ күләменән сығып башҡарылды. Һәр күп фатирлы йортта был күрһәткес төрлө, уның күләме фатирҙың дөйөм майҙанының 1 квадрат метрына 0,011 Гкал-ҙан 0,016 Гкал-ға тиклем тәшкил итә. Күреүегеҙсә, был йылылыҡ буйынса коммуналь хеҙмәтте ҡулланыу нормативынан күпкә түбән. Һауа шарттары ла үҙ үҙгәрештәрен керетте, 2017 йылда йылытыу осороноң тәүге яртыһы 2016 йылдағына ҡарағанда күпкә һыуығыраҡ булды. 2017 йыл һөҙөмтәләренән сығып, ошоно билдәләргә тура килә – уҙған йыл дөйөм йорт иҫәп приборы буйынса йорттағы фатир һәм бүлмәләрҙе йылытыуға сарыф ителгән йылылыҡ энергияһы күләме, 2017 йыл өсөн 2016 йылғы уртаса Гкал-ҙарҙан сығып иҫәпләнгән йылынан күберәк булған. Миҫалда ҡарайыҡ. Зәки Вәлиди урамы буйынса 3-сө йорт, фатирҙың дөйөм майҙаны 72,7 кв.м. Дөйөм йортта иҫәп приборы буйынса йылытыуға йылылыҡ энергияһының сығымы 2016 йылда 877, 319 Гкал тәшкил иткән. Йортта бүлмәләрҙең дөйөм майҙаны 6258,9 кв.м. Шулай итеп, 2017 йылдың 1 ғинуарынан йылылыҡ өсөн түләү 2016 йылға йылылыҡ ҡулланыуҙың уртаса айлыҡ күләме квадрат метрға 0,01169 Гкал иҫәбенән сығып иҫәпләнә - 877,319 Гкал / 12 айға / 6258,9 кв.м = 0,01169 Гкал/кв.м.


Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 20.12.2016 йылдағы 836-сы ҡарарына менән 2017 йылдың 1 ғинуарынан 30 июненә тиклем йылытыу өсөн йылылыҡ энергияһына тарифтар 1902,23 һум/Гкал күләмендә билдәләнде; 2017 йылдың 1 июленән 31 декабренә тиклем 1978,32 һум/Гкал. күләмендә раҫланды.


Фатирҙың дөйөм майҙаны 72,7 квадрат метр. Тимәк, 2017 йылдың ғинуарынан июнь аҙағынаса фатир буйынса йылылыҡ өсөн түләү1616,63 һум тәшкил итә (0,01169Гкал/кв.м * 72,7 кв.м * 1902,23һум/Гкал. = 1616,63 һум).


2017 йылдың июленән декабрь аҙағынаса фатир буйынса йылылыҡ өсөн түләү күләме1681,30 һум тәшкил итте (0,01169Гкал/кв.м * 72,7 кв.м * 1978,32 һум/Гкал. = 1681,30 һум).


Әгәр ҙә фатир милекселәренә йылылыҡ өсөн түләү 2016 йылдағы һымаҡ ҡулланыу нормативтары буйынса иҫәпләнгән булһа, был фатир буйынса түләү күләме ошолай булыр ине: ғинуарҙан июнгәсә 2904,13 һум (72,7 кв.м * 0,021 Гкал/кв. * 1902,23 һум/Гкал = 2904,13 һум); июлдән декабргәсә 3020,30 һум ( 72,7 кв.м * 0,021 Гкал/кв. * 1978,32 һум/Гкал = 3020,30 һум). Дөйөм йорт иҫәп приборы буйынса 2017 йылда 940,149 Гкал йылылыҡ энергияһы сарыф ителгән. 2017 йыл өсөн йортта йәшәүселәргә, йылылыҡ ҡулланыуҙың 2016 йыл буйынса уртаса айлыҡ күләменән сығып, 877,998 Гкал иҫәпләнгән. Миҫалдан күренеүенсә,түләүҙә айырма ҙур ғына.



Фото: Наил Рәжәпов.
Читайте нас: