Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2018, 02:00

Шишмә башы төҙөкләндереүҙе көтә

Ауылыбыҙ – тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан. Уны ҡатнаш урмандар теҙмәһе менән күккә олғашҡан тауҙар уратып алған.

Ауылыбыҙ – тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан. Уны ҡатнаш урмандар теҙмәһе менән күккә олғашҡан тауҙар уратып алған. Хоҙай Тәғәлә Маҡар халҡынан терегөмөштәй саф эсәр һыуын да йәлләмәгән. Шифалы һыулы Аллағыуат шишмәһе, дауалау үҙенсәлегенә эйә булған Әсе ҡабағы һыуҙарының даны бөтә Башҡортостанға таралған.
XVII быуат аҙағында Маҡар ауылына нигеҙ һалыусы Ҡармыш олатайыбыҙ юҡҡа ғына тәбиғәттең ошо матур урынын һайламаған бит. Йыл әйләнәһенә, бигерәк тә йәй көндәрендә шишмәнең шифалы һыуын алыу өсөн еңел машиналар сираты хасил була. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән киләләр бында. Сәстәренә сал төшкән олпат кәүҙәле бер ағай менән һөйләшеп киттек.
- Мин cығышым менән Күгәрсен районынан, хәҙер утыҙ йылдан ашыу Өфөлә йәшәйем. Мәктәптә уҡыған йылдарымда класташтарым менән Маҡарға походҡа килгәйнек. Шунда беҙгә ошо ауылдан оло йәштәге бер инәй Аллағыуат шишмәһенең дауалау үҙенсәлектәренә эйә булыуы тураһында һөйләгәйне. Бына хәҙер ярты быуаттан ашыу ваҡыт йыраҡ тип тормайым, Өфөнән айына өс мәртәбә ғаиләм менән ошо шишмәгә киләбеҙ. Йорттағы крандан аҡҡан һыуҙы бары тик йыуыныу өсөн генә тотонабыҙ. Поликлиникала йылына бер тапҡыр УЗИ үтеп торабыҙ. Ғаиләлә беребеҙҙең организмында ла таш-ҡом менән бәйле ауырыуҙар табылғаны юҡ, - тип шатланып һөйләне яңы танышым Тимербай Әҙергәрәйев.
Мин үҙем дә ғорурланып шуны әйтә алам, ете тиҫтә йәште теүәлләүгә ҡарамаҫтан, бала сағымдан ошо һыуҙы эскәнгәме, табиптар эске органдарымдан бер ниндәй таш, ҡом бөртөктәрен тапҡандары юҡ. Бының өсөн шифалы һыулы шишмәмә рәхмәт.
Ишембай ҡалаһынан армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫым Владимир Самсонов та Маҡарға ошо шифалы һыу артынан йыш килә.
- Һыуын эскәс, беҙ шишмә алдында бурыслы булып ҡалабыҙ. Күпме халыҡ файҙалы һыу эсеп кинәнә. Ә бурысын бирергә уйламай. Шишмәнең сыҡҡан ерен төҙөкләндереү, тирә-яғын тәртипкә килтереү – беҙҙең бурыс. Ә был эш эшләнмәй, – ти рус дуҫым.
Әлеге көндә 350 хужалығы булған ауыл халҡына һыу үткәргес һуҙылды. Һыу сығанағы булып Аллағыуат шишмәһе тора. Хәҙер ауылдаштарым шифалы һыуҙы өйөндәге крандан ғына эсеп кинәнә. Был шатлыҡлы күренеш. Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар. Шишмәне төҙөкләндереү эштәре тороп ҡала килә.
Ямғырлы көндә оло юлдан шишмәгә төшөү урыны батҡаҡҡа әйләнә. Етмәһә, ул урын бик текә. Шишмә алдында эреле-ваҡлы, ҡырлы таштар өйөмө хасил булған. Ҡышын уларға баҫырлыҡ та түгел, һыу түгелгәс, боҙланып бөтәләр.
Йәйен шишмә тирәһенән машиналар өҙөлмәй тип әйткәйнем инде. Оятһыҙыраҡтары, машиналарының бензин майҙарын һыуға ағыҙып, шишмәнең ауыҙына уҡ терәп ҡуйып һыу алалар. Хатта машина йыуырға ла, сүп-сарҙарын ташлап китергә лә тартынмайҙар. Ошондай йәмһеҙ күренештәр булмаһын өсөн иң тәүҙә шишмә башын, уның эргәһен кәртәләргә, кәртә эсенә ағас үҫентеләре ултыртырға кәрәк. Ҡасандыр мәктәп уҡыусылары һыу сығанағын ағас ҡойма менән уратып алғайнылар. Ләкин ул хәҙер күптән юҡ инде. Ә бына Әсе ҡабағы шишмәһендәге тимер кәртә һаман бирешмәй тора әле. Ауылыбыҙ старостаһы Илдар Фәтеевҡа ла рәхмәт әйтеп китке килә. Ул үҙенең

таҡтаһы, эш ҡоралдары, ярҙамға ике егет алып һыу ағып сыҡҡан торба аҫтына тигеҙ итеп иҙән йәйҙе.
Шишмәнең киләсәге күңелде борсой. “Һыуҙың ҡәҙере – шишмә ҡороғас беленер” тигән бит халыҡ. Ул саҡта ни эшләрбеҙ икән?
Читайте нас: