Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2018, 02:00

Аҙнайҙарҙың борсолоуы урынлы

“Аҙнай ауылында күптән инде фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй. Шуға ла халыҡ ҡалалағы дауаханаларға йөрөргә мәжбүр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә «фельдшер-акушерлыҡ пункттары халҡы йөҙ кешенән торған ауылдарҙа булырға тейеш» тиелә. Ҡасан беҙҙең ауылда ФАП асылыр икән?”


Ошондай һорау менән Аҙнай ауылы халҡы исеменән ауыл старостаһы Сәйфулла Йөҙөмбаев мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа был һорауҙы Ишембай үҙәк район муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы Виктор Ващукҡа йүнәлттек.


- Аҙнайҙа ФАП ваҡытлыса эшләмәй торҙо, сөнки йылытыу селтәрҙәре ныҡ иҫкергән. Көндәр әлегә һалҡын торғас, бинаның эсендә лә тейешенсә йылы юҡ. Йылытыу селтәрҙәре алмаштырылып, ремонт үткәрелеү менән, ФАП үҙ ишектәрен асасаҡ, - тине баш табип.

Читайте нас: