Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2018, 02:00

Сир тоҙағына эләкмәйек

24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө


24 мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Беҙҙең ҡала һәм районда был ауырыу буйынса хәл нисегерәк, ниндәй профилактик саралар күрелә. Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Ишембай филиалы баш табибы Рәмиз Юнысов менән ошо хаҡта һөйләштек.


- Рәмиз Фәтих улы, кешелек күп йылдар дауамында туберкулез менән көрәшә, бөгөн ул ни кимәлдә хәүефле булып ҡала?


- Бөгөн дә ул үтә мәкереле сир булып ҡала. Сөнки бер ниндәй билдәләрһеҙ тиер- лек үҫешеп үпкә һәм башҡа органдарҙы зарарлай ала. Кеше үҙенең ауырығанын йыш ғына туберкулез киҫкен фазаға күскәс йәки үпкә туҡымаһына төҙәлмәҫлек зыян килтергәс кенә тоя.


- Элекке йылдар менән сағыштырғанда беҙҙең ҡала һәм районда ауырыу буйынса ниндәй хәл күҙәтелә?


- Туберкулез буйынса районда хәл көсөргәнешле булып ҡала. Бөгөнгө көнгә Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Ишембай филиалында 882 кеше ошо ауы- рыу менән диспансер иҫәптә тора. Шул иҫәптән әүҙем туберкулез менән 82 сирле бар. 2017 йылда балалар һәм үҫмерҙәр араһында туберкулез ауырыуы күҙәтелмәне. Йыл дауамында һәр икенсе ауырыу клиник һауыҡтырылып диспансер иҫәптең әүҙем булмаған төркөмөнә күсерелде. Ауырыу күрһәткесе 100 мең халыҡҡа Ишембай районы буйынса 2017 йылда 39,7 процент тәшкил итте, республика буйынса үткән йылға был күрһәткес – 37,5 процентҡа тиң. Шуны билдәләргә кәрәк туберкулез – медицина ғына түгел, социаль проблема ла булып ҡала. Уның башы ғаиләгә барып тоташа. Бала сәләмәтлеге өсөн уның ата-әсәһе яуаплы. Улар даими рәүештә балаларға диагностика үткәрергә тейеш, ауырыу булған осраҡта дауалау мөһим. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәргә үҙҙәренең һаулыҡ торошон да күҙәтергә кәрәк.Сөнки уларҙың ауырыу сығанағы бу- лып балаларына йоҡтороуҙары ихтимал. 2015 йылдан алып 2017 йылға тиклем Ишембай районы буйынса туберкулездың әүҙем формаһы булған 36 ауырыу асыҡланды. Биксән, Верхотор, Уразбай, Һарғай, Әхмәр, Көҙән, Түбәнге Әрмет, Васильевка ауылдарында берәр сирле асыҡланһа, Тимашевка, Сәлих, Маҡар, Байғужа, Ҡанаҡай, Яңы Георгиевка ауылдары- на икешәр ауырыу тура килә. Ә бына Петровск, Яңы Әптек, Арлар ауылдарында өсәр, Урман-Бишҡаҙаҡта 5 ауырыу асыҡланған. Улар араһында 21 ауырыу социаль яҡтан имен булмаған ҡатламдан. Ишембай ҡалаһы буйынса өс йыл эсендә 70 ауырыу асыҡланған. Уларҙың 51 процент тирәһе социаль яҡтан имен булмаған ҡатламға тура килә.


- Был сирҙең үҙенсәлеге үҙгәрҙеме?


- Ауырыу үҙе үҙгәрмәне. Ләкин икенсе бер проблема барлыҡҡа килде. Әлеге заманда туберкулез СПИД менән ҡулға-ҡул тотоношоп атлай. Иммунодефицит фонында туберкулез микобактериялары организмда бик тиҙ үрсей. ВИЧ һәм туберкулез бергәләп ярайһы уҡ агрессив формала үтә. Сөнки иммунодефи- цит фонында барлыҡ тиерлек эске органдар яғынан өҙлөгөү ныҡлы үҫешә. Әгәр пациентта туберкулездың яман ағышы асыҡланһа, ВИЧ-ҡа (СПИД) ла тейешле анализдар үткәрелә. СПИД менән ауырыусыларҙа ла бер юлы туберкулез микобактериялары йөрөтөү ихтималлығы ҡарала һәм уларға туберкулезға ҡаршы препараттар менән профилактик дауалау уҙғарыу мөһим. 2018 йылдың башына ҡарата диспансерҙа иҫәптә ВИЧ+туберкулез берләшкән инфекциялар менән 29 ауырыу күҙәтелә.


- Туберкулез ҡайҙа һәм нисек йоға?


- Инфекцияның төп сығанағы – ауырыу кеше. Зарарланыу күпселек осраҡта тын алыу юл- дары аша барлыҡҡа килә. Физик яҡтан көсһөҙләнгән, бер үк ваҡытта хроник ауырыуҙары булған кешеләр, йәш балалар һәм БЦЖ-ға вакциналанмаған яңы тыуған сабыйҙар сирҙе йоҡтороп бара. Бәләкәстәрҙә һаҡланыу-ҡулайлашыу меха- низмдары тейешле кимәлдә үҫешеп етмәгән. Ә үҫмерҙәрҙә енси яҡтан өлгөргәндә нерв һәм иммун системаһы тотороҡһоҙ була, шуға улар ҙа хәүеф төркөмөнә инә. Туберкулезды урамда ла, йәмәғәт транспортында ла йоҡторорға мөмкин. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим – йоҡтороу әле ауырыуҙы аңлатмай. Ул стресс, насар туҡланыу, шәхси гигиенаны үтәмәү, дауалау һәм профилактик сараларҙы эшләмәү һөҙөмтәһендә организмдың һаҡлау механизмдары түбәнәйгәндә үҫешә.


- Ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлау мөмкинме?


- Әкренләп көс кәмеүе, хроник арыу, дөйөм хәлһеҙлек, төҫ ҡасыуы, тирләү, тын ҡыҫылыуы йәки ҡоро йүтәл кеүек билдәләргә иғтибарлы булығыҙ. Балаларҙың йыш ҡына үҫеүе аҡрыная, улар ҡуҙғып барыусанға әүерелә, ауырлыҡтары кәмей, хатта аҡыл йәки физик үҫештә лә тотҡарлыҡ күҙәтелеүе ихтимал. Был билдәләрҙе ныҡ арыуға, насар туҡланыуға, стресҡа һылтауы ла бик еңел. Шуға етди йоғошло ауырыу тураһында күптәр уйламай ҙа. Шулай ҙа ир-егеттәрҙә туберкулездың тәүге билдәләре асыҡ күренә, хатта юғары температура һөҙөмтәһендә постель режимын үтәү талап ителә. Шуға ла ирҙәрҙә был сирҙе иртә осорҙа йышыраҡ асыҡларға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул бик аҡрын һәм йәшерен рәүештә үҫешә.





Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 23-сө һанында (23.03.2018) уҡығыҙ.



Фото: Наил Рәжәпов.
Читайте нас: