Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2018, 02:00

Ишембай телевидениеһы күрһәтә

Дүшәмбенән ишембайҙар йәнә телеэкранда урындағы яңылыҡтар сығарылышын ҡарай аласаҡ.

Дүшәмбенән ишембайҙар йәнә телеэкранда урындағы яңылыҡтар сығарылышын ҡарай аласаҡ.


Эфирға сығыу өсөн тейешле документтарҙы әҙерләү тамамланды. Тәүге сығарылыш “UTV” ҡала каналында 26 мартҡа 20.00 сәғәткә билдәләнгән. Икенсе көнгә 7.30 сәғәттә тапшырыуҙың яҙмаһын ҡабатлап ҡарау мөмкинлеге бар.


Яңылыҡтар рус телендә дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәрендә 20.00 сәғәттә, башҡорт телендә шишәмбе һәм кесе йомала ошо уҡ ваҡытта күрһәтеләсәк.


Әлегә уны ҡала халҡы ғына ҡарай ала. Бик тиҙҙән Ишембай телевидениеһы тапшырыуҙары ауыл халҡына ла күрһәтеләсәк. Редакция ҡала һәм район яңылыҡтарын мәғлүмәт программаларында ғына яҡтыртып ҡалмаясаҡ, ә яңы ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар һәм телепроекттар ҙа булдырырға ниәтләй.



Фото: Наил Рәжәпов, https://vk.com/itv102
Читайте нас: