Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2018, 02:00

Ил сиге һаҡсыһы көтә әле

Ҡалабыҙҙағы иң боронғо һәйкәлде беләһегеҙме? Яуаптар күп төрлө булыр, сөнки, шөкөр, Ишембай бындай мәҙәни, тарихи объекттарға бай ҡала.

Ҡалабыҙҙағы иң боронғо һәйкәлде беләһегеҙме? Яуаптар күп төрлө булыр, сөнки, шөкөр, Ишембай бындай мәҙәни, тарихи объекттарға бай ҡала. Шулай ҙа әле, илебеҙҙең Сик һағы ғәскәрҙәре үҙенең 100 йыллығына әҙерләнгән көндәрҙә, иғтибарҙы элекке 10-сы балалар баҡсаһы территорияһында ултырған, ни сәбәптәндер онотолоп киткән һәйкәлгә йүнәлтке килә.
- Сик һаҡсыһы эте менән. Башҡорт энциклопедияһында Ишембай районы һәм ҡалаһы һәйкәлдәре исемлегендә ул иң беренсе тора – 1930 йылдарҙа ҡуйылған тиелә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, унан һуңғыларының теүәл йылы күрһәтелгән: 1945 йыл – Ленин проспектында С.М. Киров һәйкәле, 1960 йылдарҙа тәүге йыһангирыбыҙ Гагаринға, унан Ленинға һәйкәлдәр... Иллегә яҡын һәйкәл һәм скульптура композицияһы иҫәпләнә ҡалала. Эйе, уларҙың һәр береһе илебеҙ, республика тарихында әһәмиәтле ваҡиғалар, ҙур шәхестәр менән бәйле, араларында, ғөмүмән, тотош бер осорҙо күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткәндәре бар. Шуныһы ҡыуаныслы, булғандарын тәртиптә тотоу ғына түгел, һуңғы йылдарҙа ҡалала бер нисә ҙур стела, һәйкәлдәр ҡалҡып сыҡты. Еңеү паркы үҙе генә ни тора!
Һәйкәлдәргә бер бағыу тарих дәресенә торош итә. Килешерһегеҙ, улар һынландырған геройҙар ваҡыт менән нисек кенә баһаланмаһын, шул дәрес, һабаҡ булараҡ хеҙмәт итеүҙәре әһәмиәтле.
- Сик буйы һағы ғәскәрҙәре ветерандары исеменән һәйкәлде күсереү һәм реставрациялау тәҡдиме менән хакимиәткә мөрәжәғәт иттек. Ғәскәрҙең бер быуатлыҡ юбилей йылында уға ҡалабыҙҙа лайыҡлы урын таба алһаҡ, ҙур эш булыр ине, - ти хәрби хеҙмәттәштәре менән бәйләнеште өҙмәгән сик һаҡсыһы Вил Сәлишев. – Һәйкәл үҙенсәлекле, Рәсәйҙә буденовка кейгән ил сиге һаҡсыһы һәйкәле берәү-икәү генә. Реконструкция эше матди сығымдарға төртөлә икән, уны күсереү урыны билдәләнеү менән ғәскәрҙәштәр аҡсалата ярҙамға ла әҙер.
Аңлауымса, ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе яҡташтар күптән был ниәт менән яна. 1987-89 йылдарҙа Төркмәнстанда Иран сигендә хеҙмәт итеүсе Иршат Зиннәтуллин да был хаҡта фекере менән уртаҡлашты.
- Һәйкәлдең тарихы, тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Дәүләт сиге һағында илһөйәр, көслө, намыҫлы яҡташтарыбыҙ хеҙмәт итте, әлеге йәштәр араһында лайыҡлы алмаш үҫеп тора. Быуындар алмашына, ил сиге һаҡсыһы һәйкәлдәрҙә башҡа образдарҙа тыуҙырыла, әммә бындайы үҙе берәү, - ти Иршат Ишбирҙе улы.
Белгестәр менән дә кәңәшләшелгән. Рәссамдар Рафаэль Ҡадиров һәм Илнур Ильясов һәйкәлдең хәлен баһалап, уны күсергәндән һуң реставрациялап буласағы хаҡында әйтә. Ниәт бик хуп, күмәкләп тотонғанда тарихыбыҙға ихтирам дәлиле булып, тағы бер һәйкәл тергеҙелер ине.

Фото: автор.
Читайте нас: