Этҡол ауылынан 18 йәшлек Миңнур Хәйруллина һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Үҙенең тауышын белдерер өсөн ул иртәнге сәғәттәрҙә үк 2178-се һайлау участкаһына килде. Стәрлетамаҡта медицина колледжында белем алыусы Миңнур йәштәрҙе әүҙем булырға саҡырҙы.
- Әлбиттә, бер аҙ тулҡынланам. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу дәрте алдан уҡ ҙур булды, – тине ул.
Тәүге тапҡыр тауыш биреүсе ҡыҙға һайлау участкаһы рәйесе Наил Ниғмәтуллин ҡалабыҙҙың спорт учреждениеларына барыу өсөн саҡырыу ҡағыҙы һәм паспорт өсөн тышлыҡ тапшырҙы.