Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 02:00

Һәр тауыш мөһим

Түбәнге Әрмет халҡы ла 18 март ил етәксеһен һайлауға яуаплы ҡараны.

Түбәнге Әрмет халҡы ла 18 март ил етәксеһен һайлауға яуаплы ҡараны. 2163- сө һайлау участкаһы секретаре Фәрзәнә Горбунова билдәләүенсә, халыҡ бер - береһен байрам менән сәләмләй, һайлау тип ауылға ҡайтыуҙы хәстәрләгән йәштәр яңылыҡтар менән уртаҡлаша.
Почта хеҙмәткәрҙәре сауҙа ойоштороп, салыҡтың күңелен күргән - әле орлоҡ фәлән алып ҡалыуға иң уңай осор.
- 18 йәше тулған өс ауылдашыбыҙ тауыш бирҙе, тағы 5 кеше уҡыған ерҙәрендә һайлаясаҡ, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Әнүр Кәримов.
Сәғәт 14.00 тигәндә бында һайлаусыларҙың 72 проценты гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргәйне.

Фото: автор.
Читайте нас: