Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 02:00

Маҡарҙа ла һайлауҙар йәнле бара

Маҡар ауылы биләмәһендә урынлашҡан 2167-се һайлау участкаһында бөтәһе 676 һайлаусы теркәлгән. Бында шулай уҡ Зигановка, Подгорный, Ивановка халҡы тауыш бирә.

Маҡар ауылы биләмәһендә урынлашҡан 2167-се һайлау участкаһында бөтәһе 676 һайлаусы теркәлгән. Бында шулай уҡ Зигановка, Подгорный, Ивановка халҡы тауыш бирә.
Иртәнге сәғәт 11-гә һайлаусыларҙың 39 проценты килеп, үҙ тауышын күрһәтеп өлгөргән. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлшат Баймөхәмәтова билдәләүенсә, 66 кешегә сәләмәтлек мөмкинлектәренә бәйле өйөнә барып һайлатыу ойоштороласаҡ. Беренсе тапҡыр тауыш биреүсе йәштәр ҙә байтаҡ - 17 егет һәм ҡыҙ. Уларҙың унауһы уҡып йөрөгән урындары буйынса һайлауҙа ҡатнашасаҡ.
Бына - бына концерт башланырға тора, ауылдың сәхнә оҫталары халыҡҡа байрам кәйефен күтәреп, бик матур сығыштар әҙерләгән.

Фото: автор.
Читайте нас: