Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 02:00

Киләсәк үҙебеҙҙең ҡулда

Ҡаланың 34-се балалар баҡсаһында урынлашҡан 2119-сы һайлау участкаһы халыҡтың күплеге менән айырылып торҙо. Уның рәйесе Ольга Стручалина билдәләүенсә, барыһы ла тәртип буйынса, тыныс шарттарҙа бара.

Ҡаланың 34-се балалар баҡсаһында урынлашҡан 2119-сы һайлау участкаһы халыҡтың күплеге менән айырылып торҙо. Уның рәйесе Ольга Стручалина билдәләүенсә, барыһы ла тәртип буйынса, тыныс шарттарҙа бара.
- Сәғәт һигеҙҙә һайлаусыларҙы ҡабул итә башланыҡ. Һайлау участкаһы асылыуын 10 кеше көтөп тора ине инде. Был юлы халыҡтың әүҙемлеге айырыуса ныҡ тойола.Шуға ла һайлаусыларҙың ҡатнашыу кимәле юғары булыр тип ышанабыҙ, - тине ул.
Рәсимә менән Флүр Килдейәровтар ҙа эште аҙаҡҡа ҡалдырмай, көндөң тәүге яртыһында уҡ участкаға килеп үҙҙәренең тауыштарын бирҙеләр. Улар ҙа был юлы халыҡтың йәнле ҡатнашыуын иғтибарға алды.
Екатерина Радченко-Недорубова иһә һайлауға кескәй ҡыҙы менән килгәйне. Һайлауҙан һуң урамда балалар өсөн ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашырға ниәтләүҙәрен әйтте.

Фото: автор.

Читайте нас: