Районда иң эре биләмә булған Петровскийҙа ике һайлау участкаһы ойошторолған - 2165-се һәм 2166-сы. Уларҙа бөгөн бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше тауыш бирергә тейеш ине.
Мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан участкаларҙан кеше ағымы өҙөлмәй. Ишембай ойоҡ- ойоҡбаш фабрикаһы ойошторған сауҙа ла, йөкмәткеле концер та халыҡ күңеленә ятҡан. Сәғәт 16.00- гә һайлаусыларҙың 58 проценты үҙ тауышын биргән.
- Ҙур биләмә өсөн яҡшы күрһәткес тип уйлайым. Оло йәштәгеләр үҙебеҙ киләбеҙ тип торалар, дөйөм алғанда иллеләп кешегә өйҙәренә барасаҡбыҙ, - ти байтаҡ йылдар һайлауҙар эшендә ҡатнашыусы участка рәйесе Любовь Тимонина.