Төш үтеп, сәғәт өсөнсө китеүгә бында һайлаусыларҙың 63 проценты килеп, үҙ тауышын күрһәтеп өлгөргәйне. Өйҙәренә барып һайлатыу мохтажлығы булған оло йәштәгеләр, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр 28 кеше иҫәпләнә. Ауылдаштар эргәләге клубтарында концерт ҡарап, һайлауҙар арҡылы байрам кәйефе тыуҙырған йырсы - бейеүселәренә рәхмәттәр әйтеп таралышты.