Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 2119-сы һайлау участкаһы бөгөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамды хәтерләтте. Эстә һайлау барһа, бинаның тышҡы яғында балалар өсөн бик күңелле уйын-конкурстар ойошторолдо.
Бәләкәстәр, уларҙың ата-әсәләре рәхәтләнеп ярышты, күңел асты. Сағыу костюмдар кейгән алып барыусылар иһә конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙо.