Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 02:00

Ауыл халҡы һайлауҙарҙан ситтә ҡалмай

Скворчиха ауылындағы 2184-се һайлау участкаһында 12 сәғәткә ҡарата һайлаусыларҙың 57-58 проценты килеп гражданлыҡ бурысын үтәй. Бындай әүҙемлек иртәнге сәғәттәрҙә үк башлана.

Скворчиха ауылындағы 2184-се һайлау участкаһында 12 сәғәткә ҡарата һайлаусыларҙың 57-58 проценты килеп гражданлыҡ бурысын үтәй. Бындай әүҙемлек иртәнге сәғәттәрҙә үк башлана.
- Һайлау участкаһын ваҡытында астыҡ. Сәғәт 9-ға һайлаусыларҙың 25 проценты килеп үҙ тауышын биргәйне инде, - тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Наталья Пожалова.
Хатта 85 йәшлек инәйҙең - Анастасия Бурмистрованың үҙе һайлау участкаһына килеп, был сараға битараф ҡалмауын белдереп, һайлауҙа ҡатнашыуы ла һоҡландырмай ҡалманы.
Миләүшә Кинйәбузова Скворчихала эшләгәнгә үҙ тауышын тап ошо ауылда биргән. Ул да һайлауҙа гел ҡатнашыуы хаҡында әйтте.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Яҙғы тамсы” тип исемләнгән концерт программаһын да был көндө халыҡ яратып ҡарай, уйын-конкурстар ҙа күңелле үтә.

Фото: автор.

Читайте нас в