Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнөн ҡаршылап
Ҡалабыҙҙың мунса-кер йыуыу комбинаты инде нисәмә быуын ишембайҙар өсөн таҙалыҡ, сәләмәтлек сығанағы булараҡ хеҙмәт итә.
Үтә лә киң һәм тормошобоҙҙоң бер көнөн дә улар хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереп булмаған тармаҡ эшсәндәре хаҡында һүҙҙе рәхмәттән башлағы килә. Быны комбинат директоры Иршат Зиннәтуллин да ҡеүәтләй.
- Йорттарыбыҙҙағы йылыны, яҡтыны, әйләнә-тирәбеҙҙәге уңайлыҡтарҙы, таҙартылған юл- дарҙы, йәйен ҡаланы йәмләгән сәскә түтәлдәрен һәм башҡаһын үҙенән-үҙе булдырылғандай ҡабул итәбеҙ. Бының артында бик күптәрҙең тәүлек әйләнәһенә хеҙмәте ятыуын да онотмаҫҡа кәрәк, - тине Иршат Ишбирҙе улы коллектив эше менән таныштырып. - Комбинат ҡарамағында ике мунса, химик таҙартыу һәм кер йыуыу цехы. Коллектив күберәге ҡатын- ҡыҙҙарҙан тора, бында егәрле, изгелекле кешеләр генә эшләй тип әйтә алам.
Ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Һәр мөрәжәғәт итеү- сенең йомошон иғтибарлап тыңлауҙан башлап, кейем, келәм-юрғандарҙы яңыртып тигәндәй тапшырғанға тиклем күпме күңел, ҡул көсө һалына. Берәүҙәр, мунса – ул тотош бер фәлсәфә тиһә, икенселәр да- уахана, балалар баҡсаларын, завод-предприятиелар коллективтарын хеҙмәтләндергән кер йыуыусылар хеҙмәтен баһалай. Ҡырмыҫҡа иләүендәй, һәр кем үҙ эше артында ҡаршыланы коллектив.
- Рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Бына 90 йәшлек инәйгә керҙәрен йыуып, алып барып бирҙек. - Ҡайһы берәүҙәр, үҙем йыуһам былай бөхтә килеп сыҡмаҫ ине тип, куртка, пальтоларын танымай тора. Кешеләр беҙгә 4-20- 08 телефон номерына химик таҙартыу, керҙәрҙе йыуыу буйынса мөрәжәғәт итә ала, - ти ҡабул итеүсе Елена Осипенко.
- Бер килгәндәр артабан да беҙҙе һайлай, - тип һүҙгә ҡушылды бригадир Мәсғүдә Сырт- ланова. – 8 март - байрам көнө лә эшкә сыҡтыҡ, социаль учреждениелар, дауаханаларҙы таҙа түшәктәр менән көттөрөп тороп булмай. Ғөмүмән, бындай ваҡыттарҙа эшеңдең башҡалар өсөн кәрәк булыуын тойоу бар нәмәнән өҫтөн.
Мәсғүдә Мәсғүт ҡыҙы предприятиела 13 йылдан ашыу эшләй. Клиенттарҙы юғалтмау, хеҙмәттәрҙе заманса кимәлдә күрһәтеү мөмкинлектәре хаҡында ла уртаҡлашты ул. Хеҙмәт династиялары тигән күренеш тә таралған бында. Оператор Юлия Патратий, мәҫәлән, тиҫтә йылдар мунсала эшләүсе әсәһе өлгөһөндә предприятиеға килгән.
Комбинат мунсалары аша былтыр 34 меңгә яҡын кеше үткән. Пенсионерҙарға, балаларға ташламалы хаҡтар ҡыҙыу мунса рәхәтлеген күп ғаиләләргә ҡулай итә. Әйткәндәй, өсөнсө мунсала дүрт һәм алты кешегә иҫәпләнгән бассейнлы сауна эшләй. Мунса шифаһын аңлағандарға был мөмкинлектәрҙе артыҡ маҡтап торорға ла кәрәкмәй. Туғандар, дуҫтар ялын ойошторошоп, уңайлы ваҡытҡа яҙылып ҡуяйым тигәндәр 4-20-24 һәм 4-22-49 номерҙарына шылтырата ала.
- Халыҡ көнкүрешен хеҙмәт- ләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының яҙмышы шул – барыһы ла көйлө барһа, эшебеҙ күренмәй ҙә, ә саҡ ҡына китек ер булдымы – иғтибар үҙәгендәһең. Шуға күрә был тармаҡ эште еренә еткереп башҡара белгән, яуаплы, тормош мәғәнәһе башҡаларға ярҙам итеүҙә икәнен дә аңлаған кешеләргә таяна, - ти Иршат Ишбирҙе улы. – Һөнәри байрам уңайынан татыу, уңған коллективыбыҙҙы, ошо өлкәлә тырышыусы бар хеҙмәттәштәрҙе ихлас ҡотлайым. Кешеләрҙе шатландырып, рәхмәттәр ишетеп тырышырға булһын!