18 мартта Рәсәй Президенты һайлауҙары үтәсәк. Илебеҙ өсөн ошо мөһим ваҡиға алдынан беҙ Ишембай районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Минияр Маннановҡа гәзит уҡыусыларҙан килгән һорауҙарҙы юлланыҡ.
- Минияр Рәүф улы, әгәр тауыш биреү көнөндә һайлауға килеүсе һайлаусылар исемлегендә үҙенең исеме юҡлығын күрһә нимә эшләргә?
- Комиссия рәйесенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Комиссия һеҙ башҡа участкала тауыш бирмәгәнме икәнлеген тикшерергә тейеш. Әгәр юҡ икән, һеҙҙе исемлеккә индерергә бурыслылар.
- Һайлаусы 18 мартта башҡа ҡалаға барырға һәм унда тауыш бирергә планлаштырған, тик хәлдәр үҙгәреп китеү сәбәпле өйҙә ҡалған. Был осраҡта нимә әйтерһегеҙ?
- Үҙегеҙҙең участкаға барып хәлде аңлатырға кәрәк. Дөрөҫ, участка һайлау комиссияһы ағзалары һеҙ башҡа төбәктә һайлап өлгөрмәгәнһегеҙме икәнлеген тикшергәнсе бер аҙ көтөргә тура киләсәк.
- Әгәр ҙә киреһенсә, кеше үҙенең командировкаға китәсәге тураһында көн эл- гәре генә белгән һәм башҡа ҡалала тауыш бирер өсөн 12 мартҡа тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки күп функциялы үҙәк аша ғариза биреп өлгөрмәгән булһа?
- Был кешегә шәхсән теркәлгән урын буйынса үҙенең һайлау участкаһына килергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Ошо нигеҙҙә барған урын буйынса тауыш бирергә мөмкин.
- Теркәлгән урыны булмаған кеше тауыш бирә аламы?
- 12 мартҡа тиклем был һайлаусы тауыш бирер өсөн муниципаль райондағы үҙе- нә уңайлы булған һайлау участкаһын һайлай ала ине, хәҙер ул гражданлыҡ бурысын тик Өфөлә, Посадская урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан 119-сы участкала ғына башҡара ала. Нәҡ ошо участкала рәсми теркәүе булмаған Рәсәй граждандары үҙ тауышын бирәсәк.
- Әгәр кеше үҙ туған телендә һайларға теләй икән, ул быны нисек эшләй ала?
- Һайлау комиссияһы ағзаларына рус телендәге бюллетендәрҙән тыш башҡорт һәм татар телдәрендә лә бюллетендәр бирелде. Уларҙың ҡайһыһын тултырыу – һайлаусыларҙың хоҡуғы.
- Барлыҡ ауылдарҙа ла һайлау участкалары юҡ. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр унда нисек барырға тейеш, әгәр ҙә уларҙың машиналары булмаһа?
- Халыҡ барып тауыштарын бирһен өсөн ауыл биләмәләре башлыҡтары транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә тейеш.
- Һаулығы буйынса һайлау участкаларына бара алмағандарға, инвалидтарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- Ауырыу сәбәпле һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусыларҙың өйҙә тауыш бирергә хоҡуғы ла, мөмкинселеге лә бар. Бының өсөн 18 март 14.00 сәғәткә тиклем яҡындағы территориаль йәки участка һайлау комиссияһы менән бәйләнешкә инеп, телдән йәки яҙма рәүештә ниәтегеҙҙе белдерергә кәрәк. Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусы тейешле ғаризаны тултыра алһын өсөн өйөгөҙгә киләсәк. Ә 18 мартта һайлау комиссияһы вәкилдәре тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән киләсәк.
- Йәштәрҙе һайлау участ- каһында селфи эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра.
- Һайлау ҡануниәтендә был турала ҡәтғи тыйыу юҡ, әммә төрлө сикләүҙәр күп. Башҡа кешеләрҙең кабинаһында тауыш биреү мәлен, тауыш биреү урнаһын, һайлаусылар исемлеген, тамғаланған сит һайлау бюллетендәрен фо- тоға төшөрөү. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең ҡылыҡтарығыҙ менән тауыш биреү барышына, һайлау комиссияһы эшенә, башҡа һайлаусыларға ҡамасаулайһағыҙ икән, тө- шөрөүегеҙҙе туҡтатыуығыҙҙы һораясаҡтар.
– Минияр Рәүф улы, һеҙҙең һайлау алдынан муниципаль районда йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлегегеҙ бар.
- Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау – был һәр беребеҙҙең ил менән идара итеү процесында ҡатнашыу мөмкинлеге. Алты йыл буйына беҙҙең дәүләт руле артында кемдең тороуы һайлаусыларҙың тауыштарынан торасаҡ бит. Шуның өсөн мин үҙемдең яҡташтарымды, тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланып, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияларын белдерергә саҡырам. Ошо йәкшәмбе һайлау участкаһына барып, илебеҙҙең, республикабыҙҙың, ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмауығыҙҙы күрһәтегеҙ.