Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2018, 02:00

Намыҫлы хеҙмәт менән уҙған ғүмер

Тормошон балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә арнаған Фәрхәнә Ибәтуллина, олоғайған көнөндә уҡыусыларының рәхмәтенән, иғтибарынан өҙөлмәй.

Ғүмер – аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Олоғайған көнөндә һәр кем уның һөҙөмтәләрен барлай, емештәрен татый. Тормошон балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә арнаған Фәрхәнә Ибәтуллина, олоғайған көнөндә уҡыусыларының рәхмәтенән, иғтибарынан өҙөлмәй.


Атаһы менән хушлашҡан мәл күңелгә уйылған


Кинйәбулат ауылында ябай ғаиләлә донъяға килә ул – атаһы комбайнсы, әсәһе тракторсы булып эшләй. Ләкин һуғыш сығып, бәхетле бала саҡ күген һөрөм ҡаплай.


- Атайымды һуғышҡа алғанда миңә дүрт йәш ине. Йөҙө хәтерҙә ҡалмаған, ләкин хушлашҡанда әйткән һүҙҙәре онотолмай. Ул мине күтәреп алды ла “Иҫән-һау ҡайтһам, ҡыҙымды артистка итәм” тине. Үкенескә, һуғыштан әйләнеп ҡайта алманы, үле хәбәре генә килде, - тип ауыр хәтирәләрен иҫкә алды.


Һуғыш осоро балалары күргән ауырлыҡ уны ла ситләтеп үтмәй. “Өйҙәге эш миңә төштө. Кипкән һыйыр тиҙәгенән усаҡ яғып, бәрәңге әрсеп, ағайҙарым баҫыуҙан ҡайтыуға йылы аш бешереп ҡуя инем”, - ти Фәрхәнә инәй. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә ул.


- Әсәйем талапсан ине. Уның күҙ ҡарашынан ҡурҡып торҙоҡ. Үҙе лә эшкә шәп булды, беҙҙе лә эшһеҙ тотманы. Ауылда кеше йәшелсә үҫтермәгән саҡта Татьян ауылынан рассада алып ҡайтып баҡсала кәбеҫтәһен дә, кишерен дә, ҡыярын да сәсте. Ағайҙарым да егәрле булды. Һыйыр тотҡас, һөт-ҡатыҡтан өҙөлмәнек, - тип һөйләне ул.


Еләк һатып уҡырға кейем ала


Ҡыҙ уҡыуға ла шәп була. Тәүҙә Кинйәбулат дүрт йыллыҡ мәктәбендә белем ала, аҙаҡ Байғужаға йөрөп уҡый. Яуаплы ҡыҙҙы дружина советы председателе итеп тә һайлайҙар. Шулай итеп Байғужала ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыу теләге көслө булһа ла, әсәһе уға эшкә инергә кәңәш итә. Үҙ һүҙле ҡыҙ бер кемгә лә әйтеп тормай ғына әхирәте менән Этҡол мәктәбенә барып имтихандар тапшыра.


- Уҡырға алдыҡ, тигәс, эй, һөйөндөк. Әсәйгә шунда уҡ әйтмәнем. Йәйен еләк йыйып, Иҫке Ишембайға алып барып һатып шуның аҡсаһына мәктәп формаһы алдым. Уҡырға ваҡыт еткәс кенә әсәйгә ниәтемде белдерҙем, - ти Фәрхәнә инәй.


Мәктәпте тамамлаған йылды йәйен малға япраҡ әҙерләү, ураҡ эштәре арҡаһында артабан уҡыу ниәте артҡы планда ҡала. Шулай ҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына өҫтәмә уҡыусылар йыйыуҙары тураһында ишеткәс, оҙаҡ уйлап тормай ҡалаға юллана, бәхеткә һынауҙарҙы уңышлы үтеп студент булып китә. Тырышып уҡый, йыр-бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес хеҙмәт юлын мәҙәниәт өлкәһендә башлай, агитбригадаларға йөрөй. Ҡолғона клубы мөдире вазифаһына ла дәртләнеп тотона. Түңәрәктәр ойоштороп, ауыл радиоузелы булдырып, унда йырлап йөрөгән мәлдәрен, күңелле итеп эшләгән йылдарын әле лә онотмаған ул. Өфөгә йөк машинаһында барып концерт ҡуйып, 1-се урын яулап, бүләккә клубҡа баян алып ҡайтҡан ваҡиғаны ла һағынып иҫкә ала.


Мәктәп тормошона сума


Тормошҡа сыҡҡас, пландар үҙгәрә. Йәш ғаилә Үрге Әрметтә төпләнә. “Ҡолғонанан киткәндә, инәйҙәр хатта илап оҙатып ҡалды”, – ти ул.


Өлкән улдарының донъяға килеүе ғаиләгә яңы ҡыуаныслы мәшәҡәттәр өҫтәй. Үҙ эшенә яуаплы, тырыш кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Белемле белгесте Түбәнге Әрметкә йыр уҡытыусыһы, өлкән пионервожатый итеп эшкә саҡыралар. Икенсе ауылға йөрөү ҙә уны ҡурҡытмай. Балаһын ҡәйнәһе ҡараша. Егәрле килен иртүк тороп ҡойонан һыу килтереп, башҡа мәшәҡәттәрҙе башҡарып һәр көн күрше ауылға эшкә юллана. Яйлап йорт төҙөйҙәр. Шулай тормош үҙ ағышы менән дауам итә.


Бер аҙҙан Фәрхәнә Мәсәлим ҡыҙын Байғужа мәктәбенә эшкә саҡыралар. Тормош иптәше менән кәңәшләшкәндән һуң Байғужаға күсергә ҡарар итәләр. Пионервожатый, йыр уҡытыусыһы – был өлкәлә байтаҡ тәжрибә тупланған, ең һыҙғанып йәнә балалар менән эшкә сума. Ошо осорҙа ул Салауат педагогия училищеһын да тамамлай. Кинйәбулатта балалар баҡсаһы асылғас, бәләкәстәрҙе алты йәштән уҡытыу тәжрибәһе индерелә. Был бурыс Фәрхәнә Мәсәлим ҡыҙына йөкмәтелә. Уның эш алымдары, күрһәткән асыҡ дәрестәре һәр ваҡыт юғары баһа ала.


- Уңышҡа өлгәшеү өсөн иң беренсе балаларҙы яратырға, уларҙың эске донъяһын күрә белергә кәрәк. Был еңел генә түгел. Һәр баланың күңеленә үҙенең асҡысы бар. Ниндәйҙер теманы аңламай ҡалһалар, айырым алып ҡалып төшөндөрә торғайным, - тип уҡытыу йылдарын хәтерләй тәжрибәле педагог. Кинйәбулат балалар баҡсаһына ул 15 йыл ғүмерен арнай. Хаҡлы ялға ла ошонан сыға.


Ибәтуллиндар ҡалаға күсенгәс тә, ял итеп ултырыуҙы хуп күрмәй Фәрхәнә Мәсәлим ҡыҙы, кадет корпусына эшкә юллана.


- Уҡыусыларға “улым”, “ҡыҙым” тип өндәшә инем. “Ҡайтҡым килә” тип яҡындарын һағынып илағандарҙың да күңелен баҫырлыҡ, уҡыуға дәртләндерерлек һүҙҙәр таптым. Шуға ла ата-әсәйҙәр “Һеҙ беҙҙең балаларыбыҙға тәрбиәсе лә, әсәй ҙә, өләсәй ҙә булдығыҙ”, тип рәхмәт әйтә торғайнылар, - ти ул.


Ғөмүмән, Фәрхәнә Ибәтуллинаның хеҙмәт стажы 50 йылға яҡын. Шуның 45 йылы уҡытыусылыҡ эшенә арналған.


Донъя матур ҡәҙерен белгәнгә


Хәҙер инде һикһән йәшенә аяҡ баҫһа ла, ҡартлыҡҡа бирешмәй Фәрхәнә инәй. Яҡындары ла уны иғтибарҙан өҙмәй, элекке уҡыусылары ла хәлен белешеп тора. Күптән түгел иҫке торлаҡтан күсереү программаһы буйынса яңы фатирҙа йәшәй башлаған, бының өсөн ул Хөкүмәткә ҙур рәхмәтле. Донъянан артта ҡалырға тырышмай. “Башҡортостан”, “Торатау”, “Восход” гәзиттәрен алдыра, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған инәйҙең ҡартлығы ла шулай хөрмәтле.



Фото: автор.
Читайте нас: