Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2018, 02:00

Ҡалабыҙҙа ябыҡ каток һәм манеж төҙөләсәк

Ишембайҙа әлеге көндә тулы көскә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының манежы фундаментына майҙан әҙерләү эше бара.

Ишембайҙа әлеге көндә тулы көскә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының манежы фундаментына майҙан әҙерләү эше бара.
Министрлыҡ манежы Башҡортостанда эре тәбиғәт янғындарынан һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн булдырылған янғын-ҡотҡарыу бүлексәләре өсөн уҡыу-күнекмә үҙәге ролен үтәйәсәк. Оҙонлоғо 100 метрға еткән ангар тибындағы манеж элекке ҡайын сауҡалығы территорияһында урынлашасаҡ. Өс ҡатлы төкәтмә лә ҡаралған – унда янғын-ҡотҡарыу күнекмәләр өсөн ҡаршылыҡтар һыҙаты эшләнәсәк. Манежда бер юлы 30-ға яҡын кеше шөғөлләнә аласаҡ. Спорт объекты менән кадеттарҙан тыш ҡала мәктәптәре уҡыусылары ла ҡулланасаҡ. Проект эсенә шулай уҡ стадион һәм асыҡ һауала теннис корттары ингән. Подряд эштәрен үтәүгә контракт 2017 йылдың ноябрендә Ырымбурҙың “ПроСтройСнаб” компанияһы менән төҙөлгән. Эштәрҙе үтәп сығыуға йыл ярым ваҡыт бирелгән.
Волга буйы федераль округындағы А.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы директоры Виталий Рогач асыҡлап китеүенсә, объектты тапшырыу 2019 йылдың яҙына билдәләнгән. Әлеге көндә манеж төҙөлөшөнә 34 миллион һум аҡса тотонолған. Эштәр федераль бюджеттан финанслана.
Ошонда уҡ ҡайын сауҡалығы территорияһында “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” бөтә республика акцияһы сиктәрендә 2019 йылға майҙаны биш мең квадрат метрға яҡын булған ябыҡ каток төҙөү планлаштырылған. 500 урынға иҫәпләнгән был объекттың дөйөм смета хаҡы 190 миллион һумдан артыҡ тәшкил итә.
Читайте нас: