Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2018, 02:00

Ауыл йәме - инәйҙәрҙә

Һәр кеше бәхетте үҙенсә аңлай. Кемдер яратҡан эше, ә кемдер ғаиләһе, балалары, туғандары менән бәхетле.

Һәр кеше бәхетте үҙенсә аңлай. Кемдер яратҡан эше, ә кемдер ғаиләһе, балалары, туғандары менән бәхетле. Арлар ауылында йәшәүсе Миникамал Әхмәтйәнова ла бәхетле әсәй, өләсәйҙәрҙең береһе. «Мин донъяла иң бәхетлеһелер, сөнки мине яратыусы, ихтирам итеүсе, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған балаларым, туғандарым, ауылдаштарым бар”- ти ул.
Баҫалҡы ҡыҙ – матур ҡыҙ. Миникамал апай Биксән ауылында Мөминә һәм Ғәбит Мырҙабаевтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Исеме есеменә тап килә Миникамал апайҙың. Ун дүрт йәше тулыр тулмаҫтан тиҫтерҙәренә эйәреп эш башлай. “Беҙҙең бала сағыбыҙ булманы тип әйтһәң дә хата булмаҫ, эшләмәгән эш ҡалманы, ауыр тип торманыҡ, тырыштыҡ”, – тип хәтер ебен тағата ул.
Күрше ауыл егете Абдрахман Минеғол улына кейәүгә сыға һәм утыҙ йылға яҡын бәхетле ғүмер кисерәләр, ете балаға ғүмер бирәләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире иртә донъя ҡуя.
Ауыл ағинәйҙәренең береһе Миникамал Әхмәтйәнова заман ауырлыҡтарына бирешмәй, киләсәккә ҙур өмөттәр менән йәшәй. Фермала эшләп хаҡлы ялға сыға. Тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, миҙалдар менән бүләкләнә, исеме почет таҡтаһынан төшмәй.
Тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла ул һәр саҡ сабыр, хәстәрлекле, ярҙамсыл кеше булып ҡала белә. Йәштәргә лә, ололарға ла һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен бирә. Шуға ла уны ауылдаштары ихтирам итә. Ғүмер юлын лайыҡлы үткән Миникамал Әхмәтйәноваға һаулыҡта, балаларының уңыштарын, шатлыҡтарын күреп бәхетле

ғүмер кисерергә яҙһын.
Читайте нас: