Ошо һүҙҙәр ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған оло сараның төп девизы булды. Муниципаль район хакимиәте тарафынан ҡурсалауға һәм бағыусылыҡҡа, тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн үткәрелгән “Тәрбиәгә бала алыусы” байрамы районда Ғаилә йылын асып ебәрҙе.
Конкурста бына инде нисә йыл үҙ ҡанаттары аҫтына балаларҙы һыйындырған, опекунлыҡҡа һәм тәрбиәгә алған дүрт ғаилә ҡатнашты. Шуны билдәләп үтәһе килә, әлбиттә, төрлө яҙмышлы ғаиләләрҙең был конкурсҡа ҙур теләк менән әҙерләнеп, сәхнәгә сығыуҙары үҙе үк оло еңеү. Улар үҙ миҫалдарында ғаилә төшөнсәһенең ниндәй оло мәғәнәгә эйә булыуын, балаларға ата-әсәнең төп терәк булыуын иҫбатланы.
Түбәнге Әрмет ауылынан Мөғлифә һәм Әнүәр Абдрафиҡовтар, Скворчиханан Тамара һәм Виктор Малявколар, Маҡарҙан Рәмзиә Мораҙымовалар, Смаҡайҙан Гөлфәйрүз Исмәғиловалар ғаиләләре үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, халыҡҡа ысын ял байрамы бүләк итте.
Фойела һәр ғаиләнең ҡул эштәре, ижади емештәре, аш-һыу өлгөләре, баҡса уңыштары, үҙ ҡулдары менән эшләнгән йорт-йыһаздары урын алғайны. “Минең ғаиләм” тип аталған турҙа конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы. Маҡар ауылынан Алһыу ҡустыһы Радмир менән башҡарған “Әсәйемдең әсәһе” йырын залда ултырыусылар күҙ йәше аша тыңланы. Ә тамашаны алып барыусылар моңло тауышлы ҡыҙға киләсәктә сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштар юраны. Скворчиха ауылының Малявколар ғаиләһе дәртле йырҙары, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары менән барыһын да таң ҡалдырҙы. «Ата-әсә һөйөүенең тәрән аҡылы» конкурсында хужабикәләр үҙҙәренең оло тормош тәжрибәһенән сығып, боронғоларҙың аҡылына таянып, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдары менән уртаҡлашты. Әйтергә кәрәк, был турҙы барыһы ла еңел үтеп сыҡты.
Һуңғы ижади конкурс тәүгеләренән ҡарағанда иң йәнлеһе һәм сағыуырағы булды. Түбәнге Әрмет ауылының күркәм ғаиләһе Мөғлифә Ғатуф ҡыҙы ейәнсәре Аделина менән башҡарған “Балаҡайым” йыры сараға йәм өҫтәһә, Смаҡайҙан Гөлфәйрүз Исмәғилованың ҡыҙҙары Анастасия, Карина, Виктория, Елизавета, Софья башҡарыуында “Аҡҡоштар” ҡаҙаҡ бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бейеү бер аҡҡоштоң ҡанаттары һыныуы арҡаһында осоп китә алмауын, уға башҡалары һауаға күтәрелергә ярҙам итеүен күҙалландырҙы. Залда ултырыусылар бейеүгә тәрән мәғәнә һалыныуын аңлағандыр. Тормошта ла бит төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡанаттары һынған ҡошто хәтерләтә. Тәрбиәгә бала алыусылар уларға тормошта күтәрелергә ярҙам итә. Әйткәндәй, был номер өсөн Гөлфәйрүз Абзалҡан ҡыҙы һәр ҡыҙға үҙ ҡулдары менән ҡаҙаҡ милли костюмдарын теккән. Маҡарҙан спорт менән дуҫ булған Мораҙымовтар ғаиләһе көндәлек тормоштарын сәхнәләштерҙе. Рәмзиә Мөхәмәт ҡыҙы ейәне Радмир менән туп та типте, ейәнсәре Алһыу ыңғайына заманса бейеп тә күрһәтте. Ғәзиздәрен үҫтереп, кеше итәм тип, дәртләнеп, ауырлыҡтар алдында бирешмәй йәшәгән киң күңелле өләсәйгә тик “Афарин” тиергә генә ҡала. Малявко ғаиләһенең дә һәр сығышы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булды. Сара Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең бейеүе, мәҙәниәт һарайы артистары, ижади коллективтарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.
Конкурс булғас, уның еңеүсеһе лә була тигәндәй, Гран-при Гөлфәйрүз Исмәғилованың татыу һәм ижади ғаиләһенә бирелде. Тамара һәм Виктор Малявколар ғаиләһе – “Ижади ғаилә”, Мөғлифә һәм Әнүәр Абдрафиҡовтар – “Минең ғаиләм”, Рәмзиә Мораҙымовалар - “Ата-әсә һөйөүенең тәрән аҡылы” номинацияһында билдәләнде. Еңеүселәргә муниципаль район хакимиәте исеменән бү-ләктәр тапшырылды. Ҡатна-шыусылар ошондай матур сара ойошторған өсөн муниципаль район хакимиәтенә, опека һәм попечителлек бүлегенә рәхмәт белдерҙе.
Муниципаль районда бөгөн 357 йәтим йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған бала иҫәпләнә. Әлбиттә, һәр бала ата-әсә наҙына, ҡурсалауына һәм яҡлауына мохтаж. Шуға күрә, илебеҙҙә балалар йорттары булмаһын, һәр бала татыу ғаилә ҡанаты аҫтына алынһын тип теләге килә.