Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2018, 02:00

Яҙғы көн йылды туйҙыра

Йәшелсә, сәскә үҫтерергә яратыусылар өсөн яуаплы осор башланды.

Йәшелсә, сәскә үҫтерергә яратыусылар өсөн яуаплы осор башланды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Рима Хәмиҙуллина ла февраль айында уҡ борос, помидор, ҡайһы бер сәскәләрҙең үрсетмәләрен (рассада) сәсеп ҡуйған. Улар шытып сығып матур ғына итеп күтәрелеп киләләр. Баҡса эштәрен Рима апай тормош иптәше Хәлим ағай менән бергәләп башҡара. Бының өсөн тышта ҙур теплица ла ҡорғандар.


Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Былтыр иртә өлгөрә торған сортлы ҡыяр орлоғо сәсеп, июндә үк емешен тәмләйҙәр. Ҡыяр үҫтергәндә кәрәкмәгән тәҙрә рамдары ла парник яһау өсөн ярап ҡала, тип үҙҙәренең ысулдары менән дә бүлештеләр:
- Парниктың иң аҫҡы ҡатына янмаған тиреҫ, уның өҫтөнә ҡара ер һалабыҙ. Аҙаҡ тупраҡ эҫе һыу менән бешекләнгәс, 1-2 көндән шыттырылған ҡыяр орлоғон сәсәбеҙ. Аҫтағы тиреҫ яйлап янып, йылы сығарып ята. Көндөҙ парникты асып ҡуябыҙ, төнгөлөккә үҫентеләр өшөмәһен өсөн өҫтөнән полиэтилен менән ҡапларға мөмкин.
Былтыр помидорҙан да мул уңыш алғандар. Май айында үрсетмәне теплицаға күсереп ултыртып, көҙгә тиклем йәшелсәнән өҙөлмәйҙәр. Ҡыҙыҡ өсөн ятыраҡ сорттарҙы ла үҫтереп ҡарай Рима апай. Былтыр помидорҙың бер со- рты хатта өс метрға тиклем үҫә, емештәре ҡаты булыуы менән айырыла, ләкин оҙаҡ һаҡланалар. “Өйҙә был сорт помидор декабргә тиклем боҙолманы, яңы йылда унан пицца бешереп ашаныҡ” , - тип һөйләне Рима Хабил ҡыҙы.
Яҙын үрсетмә ултыртыу өсөн тупрағын көҙҙән үк урмандан килтереп ҡуялар. Яңы тупраҡта үҫентеләр ҙә яҡшыраҡ үҫә. Үрсетмәләргә һыу һипкәндә самаһын белеү мөһим. Мәҫәлән, Рима апай наҙлы петунияға өҫтән һыу ҡоймай, уны бары тик аҫҡы һауытына ғына һала.
Сәскә-гөлдәре лә бик күп баҡса оҫтаһының. Беҙ барғанда ла тәҙрә төбөндәге гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултыра ине. Күптәр орхидеяны наҙлы гөл, тип иҫәпләй, махсус тупраҡ, ашлама һатып алалар. Ә бына Рима апай артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә уларҙы үҫтереү серен белеп алған. Бер танышы үҙендә өс йыл буйы сәскә атмай ултырған орхидеяны килтереп бирә, башҡа сәскә атырына ла өмөт итмәй. Әллә тупрағы, әллә ауыл һауаһы килешә шул йылында уҡ гөл сәскәгә күмелә.
- Орхидеяны бер аҙ ваҡ утын таптары менән аралаштырылған ябай тупраҡҡа ултыртам. Сәскә атһын тип, махсус ашламалар ҙа ҡулланғаным юҡ. Бер мәл орхидеяның япрағының осона үҫенте һымаҡ япраҡ килеп сыҡты. Шуны өҙөп алып һыуҙа тотоп, ултыртҡайным, үҙ аллы үҫеп китте. Әле лә бына сәскә атып ултыра, - тип һөйләне хужабикә.
Гөл үҫтереүҙең бер сере лә юҡ, тиһә лә, көйһөҙ гөлгә лә Рима апайҙың ҡулы килешә. Күберәк тәбиғи алымдар ҡуллана. Яҙын ҡар һыуын алып ҡайтып һибергә лә йыбанмай, был да гөлдәрҙең нығынып үҫеүенә булышлыҡ итә.
Рима Хабил ҡыҙының яратҡан сәскәләренең береһе – георгиндар. Уның төрлө төҫтәре бар.
- Элек икенсе яҡта йәшәгәндә бер апайҙың матур итеп георгиндар үҫтереүенә күҙем ҡыҙа торғайны. Өй һалып сыҡҡас, шул сәскәләрҙе күп итеп үҫтерермен әле, тип уйлай инем. Йылдар үткәс, хыялымды тормошҡа ашырҙым, - ти ул.
Сәскәләрен ихата тултырып үҫтереп кенә ҡалмай, күрше-күләндәренә лә ихлас өләшә. Йыл һайын 1 октябрҙә яҡын- тирәлә йәшәгән инәйҙәргә сәскә гөлләмәләре бүләк итеүҙе лә ғәҙәткә индергән. Оло йәштәгеләрҙең күңеле булып, рәхмәт әйтеп ҡалалар. Күрше-тирә балалар 1-се сентябргә йыйына башлаһа, Рима апай уларға ла сәскәләрен йәлләмәй тарата.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ағинәйҙең йорт-ихатаһы ла гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, йәшелсәләре лә ишелеп уңа.

Фото: автор.
Читайте нас: