Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2018, 02:00

Дан ғаиләләр – ил ҡото

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Лилиә Дауытова, хәҙер инде Әҙелбаева, күптәребеҙгә «Тамыр» телеканалы тапшырыуҙары аша таныш.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Лилиә Дауытова, хәҙер инде Әҙелбаева, күптәребеҙгә «Тамыр» телеканалы тапшырыуҙары аша таныш. Үҙебеҙҙең апай, тип ғорурланып ҡуя бәләкәстәр. Республика «Һылыуҡай» конкурсы тажын кейеүе лә әле генә кеүек. Ваҡыт аҡҡан һыуҙай тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һылыуҡай хәҙер өс балаға һөйөклө әсәй. Ғаиләнең үҙе менән күрешеп һөйләшеп булмаһа ла, Лилиә менән социаль селтәр аша “аңлаштыҡ”.


Йәш, рухлы, маҡсатлы, матур башҡорт ғаиләһе. Әҙелбаевтарҙы яҡыныраҡ белгән һайын ошо фекерем нығынды. Күптәребеҙ нисек тә балаларҙы телһөйәр, илһөйәр итеп үҫтереү хаҡында фәлсәфә һатҡанда, Әҙелбаевтарҙың тормош рәүеше милли мөхиттән айырылғыһыҙ. Ә күптән түгел улар тағы бер “ноу-хау” менән танылды – һатыуға башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар сығарҙы. Тәүҙә социаль селтәрҙәр аша үҙен танытҡан BashToy (тәржемәһе - башҡорт уйынсығы) төркөмө тәҡдиме тиҙ арала халыҡ араһында таралды: бәләкәстәребеҙ хәҙер башҡортса һөйләшкән, йырлаған ҡурсаҡтар уйнап үҫә ала! Лилиә менән яҙышҡандан күптәребеҙгә өлгө булырлыҡ фекерҙәрҙе һеҙгә лә ишеттерге килә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
- Лилиә, яҡташтар менән бер аҙ хәл-әхүәлдәрегеҙ хаҡында уртаҡлашһаң ине. Ни тиһәң дә, һине ишембайҙар үҙенең “йондоҙо”, телевидениенан айырылғыһыҙ ижад кешеһе тип белә.
- Былай ҙурлауығыҙ өсөн рәхмәт, әлбиттә. Беҙ әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында, Фәнзилдең тыуған төйәгендә, ҡайны-ҡәйнәм фатирында йәшәйбеҙ. Төпләндек тип әйтә алмайым, сөнки киләсәктә кире баш ҡалаға ҡайтыуҙы күҙалланыҡ. Төп мәсьәлә – торлаҡ, шуны хәл итеү өсөн тырышабыҙ. Өфөлә төҙөй башлаған йортобоҙҙо еренә еткереп ҡуйырға ине. Фәнзил матди яҡты хәстәрләһә, мин әлегә башкөллө балаларға бирелгәнмен. Айзел менән Йософ балалар баҡсаһына йөрөй, Ибраһим әле бәләкәйерәк. Ә “Тамыр”ға саҡырғанда барырға тырышабыҙ, аралар алыҫлығы мәшәҡәттәр өҫтәй, әлбиттә. Сибай беҙгә оҡшай, күңелгә яҡын, балалар тәрбиәләү өсөн мөмкинлектәр киң.
- Ҡайһы әсәй балалары тураһында һөйләргә яратмаһын. Һеҙҙең осраҡта был айырыуса сағыу, өлгөлө ҡабул ителә. Исемдәрен дә ҡуша белгәнһегеҙ, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып тораһығыҙ.
- Ғаиләлә әле балаларыбыҙ баш та, батша ла. Иң ҙур иғтибар уларға бүленә. Өсөһөнөң дә һәләттәрен төрлө яҡлап асырға, зиһендәрен үҫтерергә ынтылабыҙ. Айзель ҡыҙымды 11 айында атаһы менән ихласлап гитараға ҡушылып йырлауын интернет селтәренә һалғайныҡ, бик танылған ролик булып китте. Балалар бәләкәйҙән һәләттәрен һиҙҙертә килә ул, күрә белергә генә кәрәк. Әҙерәк үҫкәс, үҙем менән “Сәңгелдәк” , “Борсаҡ” тапшырыуҙарына алып йөрөй башланым. Хәҙер төрлө ярыш, конкурстарға үҙе дәртләнеп тора. Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған Йәш әкиәтселәр бәйгеһендә беренсе урын алды, шиғыр һөйләү конкурстарында ла еңеү яулап өлгөрҙө. Айзел 31 декабрь яңы йыл төнө алдынан тыуҙы, шунан алып был көн ғаиләбеҙ өсөн икеләтә ҡәҙерле. Ул көндө мотлаҡ бергә булырға тырышабыҙ, олатай-өлөсәйҙәребеҙ, ҡартатай-нәнәйебеҙ килһәләр, бигерәк тә ҡыуаныслы. Шулай йыйылыу ғаилә йолаһына әүерелде. Йософҡа әле 4 йәш, балсыҡ менән әүәләү түңәрәгенә бик теләп йөрөй, спортты ла үҙ итер тип уйлайбыҙ, бәлки олатаһы ише көрәш менән мауығыр. Ә кинйәбеҙ, Ибраһим, оҙаҡламай икеһен тултыра. Апаһы менән ағаһы балалар баҡсаһында булғансы, беҙ уның менән икәүләп тирә-яҡты өйрәнәбеҙ, бигерәк тә төҫлө китаптар ҡыҙыҡһындыра. Тәрбиәгә ижади ҡарарға тырышабыҙ, сөнки ижад - минең дә, Фәнзилдең дә булмышы. Ғөмүмән, Фәнзил һәр эшләгән эшенә ижади ҡарай, хата электр сымдарын үткәргәндә лә ниндәйҙер үҙенсәлекле алым уйлап тапҡан. Уның шундай етмеш һөнәргә эйә булыу сәме, бер яҡлы түгеллеге лә уны минең өсөн башҡаларҙан айырып тора.
- Өс балаға атай-әсәй булыу, ай-һай, яуаплы. Үҙегеҙ шундай йәш, дәртлеһегеҙ.
- Балаларҙы матур, көслө саҡта үҫтереп ҡалырға кәрәк. Әлбиттә, ғаиләлә, иң мөһиме – бер-береңә ихтирам, ышанысты һаҡлау, аңлаша белеү, ваҡытында тыйылып ҡалыу. Өйләнешеүебеҙгә быйыл 8 йыл була, аҙ арауыҡ түгелдер тим. Утын да, һыуын да бергә кисергә тырышабыҙ. Балалар тулы ғаиләлә үҫһендәр, бала саҡтары ғәмһеҙ, сағыу ваҡиғаларға бай булһын тигән уйҙар икебеҙ өсөн дә уртаҡ, күңелдәр берлеге ошондай маҡсаттарҙан яралалыр. Улар ҡанатлындырыусы ла, алға әйҙәүсе лә өс маяҡ. Бер-беребеҙгә өйрәнеү, ир һәм ҡатын булып үҫеү балалар менән бергә үтте. Йәш аралары бәләкәй, кем белә, бәлки тап ошо ғаиләбеҙҙе сыныҡтырған, нығытҡандыр.
- Олатай-өләсәй тәрбиәһе, тыуған йорт менән бәйләнешегеҙ ҙә һиҙелеп тора.
- Ял, байрам көндәрен, йәй тураһында әйтеп тә тораһы түгел, беҙ балалар менән олатай-өләсәйҙә, Торатау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡта үткәрәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең йылы ҡараштары, мөлдөрәп көтөп алыуҙары беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Әсәйем ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәт һәйләп, уйындар менән әүрәтһә, олатайҙары йорт-ҡурала төрлө эштәр менән таныштыра. Күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәй. Әлбиттә, балаларға олатай-өләсәй нәсихәттәре оло мәктәп, тәрбиә. Беҙ йәшебеҙгә күрә әйтеп еткерә алмағанды уларҙан һеңдерәләр. Өйҙә башҡортса ғына һөйләшкәс, телде өйрәтеү, “мама-папа” бәләһе беҙҙә юҡ. Туған телдәрен сит тел кеүек бер килеп өйрәнә башлаған балалар йәл. Уларға психологик яҡтан да ҡыйын, атай-әсәй үҙе һөйләшмәй икән, баланан талап итеү дөрөҫ тә түгел.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 18-19 һандарында (07.03.2018) уҡығыҙ.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: