Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2018, 02:00

Хужалыҡ үҫеү юлында

Ишәй ауылынан “Сәйфетдинов Ю. Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы ит йүнәлешендәге малдар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Ишәй ауылынан “Сәйфетдинов Ю. Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы ит йүнәлешендәге малдар үрсетеү менән шөғөлләнә. Әлеге көндә унда быҙауҙары менән бергә 200 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Улар араһында симменталь тоҡомлолар ҙа байтаҡ.


Юлай Файзрахман улы әйтеүенсә, декабрҙән март айына тиклем фермала, ғәҙәттә, һыйырҙарҙы быҙаулатыу осоро. Бөгөнгө көнгә 46 баш быҙау алынған, яңыраҡ бер һыйыр хатта игеҙҙе килтергән. Хужалыҡта яңы тыуған быҙауҙар һыйырҙар менән айырым бүлмәләрҙә аҫрала. Иҙәненә һалам түшәлгән йылы ҡурала йәш мал өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Һыйырҙар һауылмай, быҙауҙар нығынғансы имеҙелә. Ике аҙна самаһы ваҡыттан улар дөйөм ҡураға күсерелә. Ҡайһы бер йәш таналар тәүҙә имеҙмәй йонсотһа, уларҙы һауып һөтөн эсереү хәстәрен күрәләр. Һимертеү өсөн үгеҙҙәр айырым урында аҫрала.


- Хужалыҡта малдар һаны үрсеүгә бара. Бер нисә йыл элек Хөкүмәттән грант аҡсаһы ярҙамы менән 50 баш тана алып, уларҙың һанын тағы ла ишәйткәндәр. “Киләсәктә хужалыҡта һыйыр малдарын 400 башҡа тиклем еткереү ниәтләнә”, - ти Юлай Файзрахман улы. Фермала мал аҙығы яғынан да иркенлек тойола, ҡышҡылыҡҡа бесәне лә, фуражы ла етерлек. Киләһе йылдың ниндәй булырын алдан әйтеү мөмкин түгел, шуға ла фермер бесәндең, игендең запасын хәстәрләп ҡуйырға тырыша. Хужалыҡтың үҙ тракторы, башҡа ҡорамалдары булыуы ла эште еңеләйтә. Хәҙер бөтә нәмә техникаға көйләнгән. Бесәнде сабыу, йыйыу, төргәктәргә урап килтереп ҡуйыу – тракторлы кешегә бер ни түгел. Хужалыҡ етәксеһе үҙе лә эштән ҡурҡып тормай. Тракторына ултырып бесән ташыу кеүек эштәрҙе лә “һә” тигәнсе башҡарып ҡуя.


Әлбиттә, ситтән ҡарағанда барыһы ла еңел һымаҡ. Ләкин малсылыҡта эшләүселәр өсөн ял да, байрам да юҡ. Һыйырҙар быҙаулаған осорҙа малдарҙы төндәрен дә килеп ҡарарға тура килә уларға.


Фермер хужалыҡтары ойоштороп, малсылыҡты йәки игенселекте үҫтергән ошондай ир-егеттәр булғанда ауылдарҙа эш урындары ла артыр, тормош та һүнмәҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: