Кисен, ятыр алдынан, оҙаҡ ҡына Пхенчхандағы олимпиада уйындарын ҡарап ултырҙым. Рәсәй хоккейсылары Словения спортсыларын 8:2 иҫәбе менән ҡыйратҡас, үҙебеҙҙең атлеттарҙың еңеүенә ғорурланып, йоҡо бөтөнләй осто ла ҡуйҙы.
Таң алдынан ғына, ҡатындың ҡабырғаға төртөүенә уянып киттем:
- Ғайфулла, этебеҙ ниңәлер бик ярһып өрә, берәй хәл булдымы икән әллә, сығып ҡара әле.
Сәғәткә күҙ һалам: иртәнге алты ла булған икән.
Йәшәгән еребеҙ Маҡарҙың ситендә, урман араһында булғас, төлкө-фәлән килгәндер, башҡаса нимә булыуы мөмкин, тип ишек келәһен асып тышҡа сыҡтым. Хужаһының сыҡҡанын күреп, үҙенә ярҙам тойған этебеҙ, эргәләге соҡор аша ғына булған урманға ҡарап, тағы ла ярһыбыраҡ абалай башланы. Урам ҡапҡаһының биген ысҡындырыуым булды, алабайыбыҙ урманға ҡарай сапты. Тыңлап торам. Биш-алты минут үтеүгә китте урман эсендә талаш, ырылдаған, эт сыйылдаған тауыштар. Һәм ҡапыл тирә-яҡ тынлыҡҡа сумды. Этебеҙҙе саҡырам-саҡырам, яуап юҡ. Ҡул осонда ни мылтығы, ни фонаре булмағас, яҡтыра биргәс барып ҡарау уйы менән өйгә инеп киттем.
Тыныс ятып буламы һуң. Ярты сәғәт һайын тигәндәй, утты яндырам да урамға сығып этте саҡырам. Тирә-яҡта тынлыҡ, “ҡылт” иткән дә тауыш юҡ. Түҙмәнем, ҡулыма бәләкәй балтамды эләктереп, эттең юлы буйлап урманға киттем. Әллә ни ҙур булмаған соҡорҙо үтеп, бәләкәйерәк аҡланға сыҡтым да, ғәжәп күренешкә тап булдым. Урман сите өс-дүрт бүре эҙенән тигеҙ итеп тапалған, бәләкәйерәк бер имән ағасы төбөндә Шаригымдың өҙөлгән башы ята, ҡырмыҫҡа иләүе өйөмө янындағы ҡарҙа бүреләр этемдең ҡойроғон ҡарға ҡаҙап киткәндәр. Йыртҡыстарҙың эҙенән барам: дүрт бүре ашыҡмайынса ғына Һарғай ауылы яғына ыңғайлаған...
Ауылдашым Ғайфулла Атауллиндың “бүреләр этемдең ҡойроғон ҡарға ҡаҙап киткәндәр” тигән һүҙҙәрен ишетеүем булды, үҙебеҙҙең ғаиләлә лә 1958 йылдың февралендә тап ошондай ваҡиғаның булыуы ҡылт итеп иҫемә килеп төштө. Беҙҙең өй ҙә ул ваҡытта ерек туғайлығы эсендә Һикәҙе йылғаһының эргәһендә генә урынлашҡан ине. Миңә 11 йәш, өсөнсө класта уҡып йөрөйөм. Ул төндө лә Пиратыбыҙ ярһып өрҙө. Фонарь, электр яҡтыһы юҡ бит инде. Кәрәсин лампаһын яндырып торорға йыбанғандарҙыр инде, олатайым да, атайым да тышҡа сығып торманылар. Таң атып һыу буйын барып ҡараһаҡ, ошо уҡ аяныслы күренеш: Пираттың башы ерек төбөндә ҡанға туҙып ята, эргәһендәрәк ҡойроғо ҡарға ҡаҙалып тора.
Тарих та үҙенең үҫеш осоронда билдәле бер ваҡыттан һуң ваҡиғалар ҡабатланып тора тип өйрәтә бит. Эттәр менән булған фажиғә араһы ла алтмыш йылға тиң. Алтмыш йыл араһында бүреләрҙең ауылға килеп, эттәрҙе ашап китеү ваҡиғаһы ла күҙәтелмәне. Был беренсеһе. Ирекһеҙҙән, икенсе бер аптырашта ҡалдырған һорау тыуа. Ярай, ашаһындар ҙа ти. Ә ни өсөн бүреләр үҙҙәренең йыртҡыслығынан һуң эт ҡойроғон ҡарға ҡаҙап китәләр? Был йыртҡыслыҡтың берәй йолаһымы, билдәһеме? Енәйәтсе кешеләр ҙә бит, “ҡара” эштәрен атҡарғандан һуң, үҙҙәренең ниндәйҙер бер билдәһен, тамғаһын ҡалдырып китә. Урман йыртҡыстары менән кеше ҡанһыҙҙары араһында ла берәй уртаҡлыҡ бармы икән? Уйланырға мәжбүр итә был ваҡиға. “Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” тип, тормош көтөргә аяҡ баҫҡандарҙы өйрәтә бит башҡорт мәҡәле. Ошо айҡанлы алтмыш йыл элек олатайымдың да әйтеп ҡалдырған (эт менән булған ваҡиғаларҙан һуң) бер мәҡәле әле һаман ҡолағымда яңғырай: “Бүре менән дау ҡорһаң, этте яныңа ал”. Бик тә дөрөҫ әйтелгән.
Ғинуар айында ошоға оҡшаш хәл районыбыҙҙың Әрмет ауылында ла була. Ауыл ситендәрәк йәшәгән Вилдановтарҙың этен дә бүре тамаҡлап китә. Улдары Илнур әйтеүенсә, эттәренең артҡы өлөшө генә ҡалған, хатта умыртҡа бағанаһы кимерелгән була. Яҡын тирәлә яңғыҙ ҡарт бүре йөрөй тип бара ауылдаштар. Ферма эргәһендә лә эҙҙәре күренгеләгән. Һунарсылар ни әйтер?