Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2018, 02:00

Алаҡайҙар ҡышын да өмә үткәрә

Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ килеүенән файҙаланып Мәктәп урамында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса соҡорға һыу аҡһын өсөн тимер торбалар һалып, ҡом менән күмеп, йөрөргә уңайлы булһын тип купер эшләнде.

"Алаҡай" үҙидаралығы ағзалары ҡышын да өмә үткәрә.
Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ килеүенән файҙаланып Мәктәп урамында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса соҡорға һыу аҡһын өсөн тимер торбалар һалып, ҡом менән күмеп, йөрөргә уңайлы булһын тип купер эшләнде. Соҡор эргәһендәге көҙҙән үҙ ауыл биләмәһе ярҙамында ҡырҡылған ағастарҙы ҡыҫҡаҡ итеп бысып, яңғыҙ йәшәгән ауылдашыбыҙ Рәйфә Акбероваға утын булһын тип өйөнөң эргәһенә ташып һалдыҡ. Ваҡ ҡыуаҡтарҙы, суп-сарҙы Рафаил Мырҙағоловтың шәхси тракторына тейәп, сүплеккә итеп ташланыҡ.
Күл, Мәктәп урамдарына өлөшләтә, уҡыусы балаларҙы
мәктәпкә йөрөткән автобус туҡталышына ауылыбыҙҙың карьерынан ҡом
ташып түшәлде. Был эште башҡарыуҙа “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер
хужалығына, ауылдаштарыбыҙ - Мырҙағолов Рафаил, Герасименко Александр,
Насыров Юлай, Ишбулатов Фәнир, Моратов Миниғәриф, Хәлитов Әхмәт,
Кинйәғолов Тәлғәтҡә ҙур рәхмәт.
Читайте нас: