Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2018, 02:00

Ниндәй биләмә төҙөкләндерелер?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһендә 2018 йылда төҙөкләндерелергә тейеш булған йәмәғәт территорияһын һайлау буйынса рейтинг тауыш биреү үткәреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһендә 2018 йылда төҙөкләндерелергә тейеш булған йәмәғәт территорияһын һайлау буйынса рейтинг тауыш биреү үткәреләсәк.


33 участкала үтәсәк рейтинг тауыш биреү бюллетененә өс объект индерелгән.


Ленин майҙанында асфальт япманы яңыртыу ниәтләнә, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған һәйкәл скверында йәйәүлеләр өсөн яңы зона ойоштороу планлаштырыла. Көньяҡ биҫтәһендә Йәштәр урамында ташландыҡ урынды төҙөкләндереү барышында тротуар плитаһы менән юл һалыу, дөйөм туҡланыу нөктәләрен урынлаштырыу планлаштырыла, ҡышын тау һәм аттракциондар менән боҙ ҡаласығын төҙөү билдәләнгән.


Әгәр ҡала халҡы Стахановсылар урамында аллеяны төҙөкләндереүҙе һайлай икән, (Тыныслыҡ урамынан Докучаев урамына тиклем), уның дөйөм оҙонлоғо 900 метр тәшкил итә, бында түбәндәге эштәр башҡарыласаҡ: төп йәйәүлеләр зонаһын плитка менән ҡаплау, ял өсөн майҙансыҡтар ҡороу, яңы асфальт тротуарҙар һалыу, булғандарын ремонтлау.


Барлыҡ өс объектта ла ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу, сәскә түтәлдәре һәм газондар эшләү, эскәмйәләр, урналар урынлаштырыу һәм урам яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу ҡаралған.


Рейтинг тауыш биреүҙән быйыл был биләмәләрҙең ҡайһыһы ремонтланасағы билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, дизайн-макеттарҙың был варианттары аҙаҡҡы түгел, уға төҙәтмәләр ҙә индерелеүе ихтимал.


Ә ҡала йәмәғәт комиссияһы ағзалары алдында бөгөндән бәләкәй ҡалалар араһында иң яҡшы йәмәғәтселек үҫеше проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкаға индереләсәк объектты һайлау бурысы тора.

Ишембайҙар бының буйынса тәҡдимдәрен 1 мартҡа тиклем индерә алды, шулай уҡ ҡала биләмәһе сайтында ла үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Читайте нас: