Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 02:00

Һынатмай башҡорт егеттәре

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө


Йәштәргә рух, илһөйәрлек өлгөһө үтә лә кәрәк заманда йәшәйбеҙ. Был ябай булмаған фотоны бәлки күптәр күреп өлгөргәндер, хәрби ведомство сайты аша Интернет киңлектәрендә тиҙ таралды ул. Мәскәү. “Рәсәй Армияһы-2017” Бөтөн Рәсәй фестиваль-конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү мәле. “Ир-егетлек һәм намыҫ” номинацияһында еңеүсе өлкән матрос Айгиз Ҡоләхмәтовҡа Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу “Үлеп барыусыларҙы ҡотҡарыу өсөн” миҙалын тапшыра.


“Башҡортостан егете! Үҙебеҙҙеке!” Эйе, күңел ғорурлыҡ менән тула. Ә ишембайҙар Айгиздең ысынлап та үҙебеҙҙең егет икәнен, ошонда мәктәп тамамлауын, үҙебеҙҙең хәрби комиссариаттан һалдат юлын башлауын беләме һуң? Белегеҙ, ғорурланығыҙ, улдарығыҙға һөйләгеҙ – батырҙар арабыҙҙа үҫә!


Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан был шылтыратыуҙы көтә инем - миҙал алыусы батырҙар менән осрашыу көн дә булып тормай. Ә икенсенән, Айгиздең атаһы, 90-сы йылдарҙа башҡорт рок-музыкаһына йән өргән Дим Мәннән йырҙарын тыңлап үҫкән быуын вәкиле булараҡ, был ваҡиға тәрән хистәр уятты.


Мәктәптең спорт залында хәрби кейемдәге баһадир кәүҙәле егетте күреп күптәр һоҡланғандыр. Әкиәттә генә түгел, тормошта ла батырҙар шулай була икән! Элекке уҡытыусылары, нимәһен йәшерәһең, ғаиләһе өсөн сетерекле осорҙа таяныс, кәңәш булған кешеләре менән бәйләнеште өҙмәй Айгиз.


- 2005-2009 йылдар, төрлө район балаларын һыйындырған ошо гимназия-интернатта 5-сенән алып 9-сы класҡаса уҡыным. Осрашыуҙы спорт залында ойоштороп дөрөҫ иткәнһегеҙ, иң күп ваҡытым ошонда үтте. Заманында баскетбол буйынса мәктәп йыйылма командаһы менән Өфөлә республика ярышында ла еңеп ҡайтҡайныҡ. Барыһы ла әле бөгөн кеүек. Физкультураға ғына йөрөгән икән тимәгеҙ, рус теле һәм әҙәбиәте дәресен дә яраттым, Луиза Риф ҡыҙы уҡытты, - төрлө класс балалары, мәктәп тамамларға торған 11-селәр алдында һүҙен Айгиз үҙе ошонда ҡайнап йәшәгән уҡыусы хәтирәләре менән башланы.


Ихлас. Асыҡ. Нисек бар шулай. ”Ҙур награда алыуы тураһында ла белмәй ҡалыр инек. Маһая торғандарҙан түгел. 11-се мәктәптә башланғыс класта уҡыусы һеңлеһе Мәҙинә “Минең ағайым батырлыҡ эшләгән, миҙал бирҙеләр ”тип класс сәғәтенә “саҡырттырған”. Әлбиттә, батыр нисек туған мәктәбен урап үтә ала, отпускы мәлен тотоп ҡалырға тырыштыҡ”, - тигәйне гимназия музейы директоры, ул саҡта социаль педагог булараҡ Айгизгә намыҫ, ныҡышмаллыҡ төшөнсәләрен, был тормошта һәр кем үҙ юлын үҙе һайлауын тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән Нурия Моратова.


9-сы класты тамамлағандан һуң Айгиз уҡыуын ҡалалағы училищела дауам итә. Әрмегә тиклем эшсе һөнәр алып өлгөрә. Ишле ғаиләлә күберәк үҙенә таянып үҫкән егет хәрби хеҙмәт осоронда ла һынатмай. Ә әрменән ҡайтҡандан һуң тормошта үҙеңде табыу, юғалып ҡалмау хаҡында ла уйланырға ваҡыт була.


- Әсәйем яғынан ағайҙарым, бабайҙарым араһында хәрбиҙәр күп, офицерҙар. Улар кәңәше менән контракт буйынса хәрби хеҙмәт юлын һайланым. Ватаныңды һаҡлау, илеңә хеҙмәт итеү төшөнсәһен ҡайһы бер йәштәр аңлап та етмәй. Әрме хеҙмәтенән ҡурҡҡан егеттәргә тормошта ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Шуны әйткем килә: Тымыҡ океан флотында башҡорт егеттәрен беләләр, ихтирам итәләр. Командирым был ҡайтҡанымда, үҙең кеүек бер-ике башҡорт егетен килтер, тигәйне. Крейсерҙа Башҡортостандан бер мин генә түгел, тимәк, йылдар эсендә беҙҙең егеттәр командование менән һыналған. Үҙем хәҙер дүрт йыл хеҙмәт итәм, - тине Айгиз йәштәрҙең һорауҙарына яуап биргәндә.


Ә илебеҙ Президенты Владимир Путин Указы менән Тымыҡ океанды иңләүсе стратегик маҡсаттағы атом һыу аҫты кәмәһенең өлкән матросы Айгиз Ҡоләхмәтовҡа тапшырылған “Үлеп барғандарҙы ҡотҡарыу өсөн” миҙалы тарихы былай була.


- Крейсер Вилючинскта базалана. 2016 йылдың апрелендә капиталь ремонт осоронда ракета шахтаһында буяу эштәре барҙы. Уның тәрәнлеге егерме метр. Ҡыҫҡаһы, буяу парҙарына ағыуланып, аңын юғалтып барған ике маляр ҡатынды шахтанан сығарырға тура килде. Үҙемдәге маска-противогазды сисеп, уларҙы сиратлап тын алдыртам. Уйланып торорға ваҡыт юҡ. Олораҡ ҡатын ҡулымда үлер кеүек ине. Аҙаҡ табиптар тикшермәгән еремде ҡалдырманы. Бер нисә минут эсендә лә кеше организмы ныҡ ағыуланып өлгөрә, иҫән ҡалыуың – үҙе мөғжизә, тинеләр. Тәбиғәттән бирелгән ныҡлыҡтан, тип уйлайым. Ул саҡта ниндәйҙер награда хаҡында һүҙ ҙә булманы. Госпиталдән госпиталгә йөрөттөләр. Миҙалды уҙған йыл сентябрендә Мәскәүҙә “Рәсәй Армияһы” фестиваль-конкурсы тантанаһында Сергей Шойгу тапшырҙы. Ныҡ тулҡынландым, хәрби юлды осраҡлы һайламағанмындыр тип ҡуйҙым. Тырышып уҡығыҙ, һөнәрле булығыҙ, егеттәр-ҡыҙҙар. Заманында уҡыуға елкәм йоҡараҡ булған тип, хәҙер үкенәм, юғары уҡыу йортона инеү - хыялдарымдың береһе, - тип һөйләне егерме дүрт йәшендә утты-һыуҙы кискәндәр аҡылын, сабырлығын һынландырған егет.




Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 15 һанында (22.02.2018) уҡығыҙ.
Читайте нас: