Тормош һуҡмағынан ышаныслы атлаған, эше һәм ғаиләһе менән хөрмәт ҡаҙанған абруйлы ғаиләләрҙең береһе ул – Биксән ауылында йәшәүсе Нәфилә менән Камил Шәриповтар. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә бағышлай.
Камил Бәҙғетдин улы – Һайран ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара, әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй.
- Беҙҙең өйҙә китапханалағы һымаҡ кәштә-кәштә китап була торғайны. Ауылдаштар килеп китап алып торалар, уҡығас килтереп бирәләр. Гәзит-журналдарҙы ла күп алдырҙыҡ. Өйҙә ата-әсәй уҡырға яратҡас, беҙгә лә китапҡа һөйөү бәләкәйҙән һеңде, - тип һөйләп алып китте Камил Бәҙғетдин улы.
Мәктәптә уҡыу уға еңел бирелә. Бигерәк тә география, тарих, математика фәндәре ныҡ оҡшай. “Мин үҫкәс география уҡытыусыһы булам” тип хыяллана ул. Күңелендәге маҡсаты йылдар үткәс тормошҡа аша.
Ауылда армиянан ҡайтҡан егеттең һалдат кейемендә тыуған мәктәбенә барыу йолаһы йәшәп килә. Камил Шәрипов та хәрби хеҙмәттән һуң мәктәпкә ашҡына. 20 йәшлек егет шул саҡта үҙенең яҙмышын осратырмын тип уйламай ҙа. Ә йәш уҡытыусы, Этҡол ҡыҙы Нәфилә Исламетдин ҡыҙы Һайранға килеп физика-математика фәндәренән уҡытып йөрөгән була.
- Нәфиләне күрҙем дә шунда уҡ оҡшаттым. Минең оҙаҡ уйлап йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Эште оҙаҡҡа һуҙмай “Минең кәләшем бул” тип тәҡдим яһаным да ата-әсәйем менән таныштырырға алып ҡайттым. Ниәтемде ата-әсәйем дә хупланы. Танышыуға ике ай тигәндә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ, - тип хәтерләй Камил Бәҙғетдин улы.
Нәфилә апайҙың ул ваҡытта тормошҡа сығыу уйы булмай. Шулай ҙа һалдаттан яңы ҡайтҡан егет менән танышыу пландарын үҙгәртә. Кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала ул.
- Камилдың әсәһе менән бер мәктәптә эшләнек. Ул миңә йыш ҡына “Ике улымдың береһенә кәләш итеп алып бирәм” ти торғайны. Камилды ла, ағаһын да белмәй инем әле. Беҙ өйләнешкәс, ата-әсәһе лә шатланды инде. Камилдың ышаныслы, һәйбәт кеше икәнлеген тойҙом. Кешеләр менән ипле, матур итеп һөйләшә белеүе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Шулай итеп бик матур ғаиләгә килен булып төштөм, хәҙер бергә йәшәүебеҙгә 40 йыл, - тип һүҙгә ҡушылды Нәфилә апай.
Ғаилә башлығы Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Тиҙҙән улар икеһе лә уҡытыусы булып Зигановка мәктәбенә эшкә юллана. Береһе физкультуранан, икенсеһе физика-математиканан белем бирә. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары Фәһим менән ҡыҙҙары Гүзәлиә донъяға килә. Камил Бәҙғетдин улы тәүге педагогик тәжрибәне лә ошо мәктәптә ала. Шулай ҙа бала саҡтан бөрөләнгән хыялы - география уҡытыусыһы булыу теләге күңеленә тынғылыҡ бирмәй. Тиҙҙән ул Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, маҡсатына өлгәшә. Зигановкала алты йыл эшләгәндән һуң Шәриповтар Биксәнгә күсенәләр.
- Атай мәрхүм булғас, әсәй яңғыҙы ҡалды. Энем армияға киткәйне. Әсәйгә яҡыныраҡ булайыҡ, тип Биксәнгә ҡайттыҡ. Йәнә тынғыһыҙ мәктәп тормошона күмелдек, - Камил Бәҙғетдин улы менән әңгәмәбеҙ дауам итте.
Эшләгән кешегә эште лә мул өйәләр. Уға профсоюз рәйесе вазифаһын да башҡарырға тура килә. Ойоштороу һәләте лә нығына бара. Ә 1997 йылда Биксән мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм әле лә ошо яуаплы вазифаны намыҫ менән үтәй. Ул етәкселек иткән осорҙа байтаҡ эштәр башҡарыла. 1998 йылда мәктәпкә газ үткәреүгә өлгәшәләр. 2004 йылда коллектив башланғысы менән мәктәп биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә Геройҙар Аллеяһы булдырыла, һәйкәл ҡуйыла. ”Аллеяны асҡанда һуғышта ҡатнашыусылар менән бергәләп йәш ағас үҫентеләре ултыртҡайныҡ. Ағастар хәҙер матур итеп үҫеп ултыра, ләкин ветерандарыбыҙ ғына ҡалманы”, - ти мәктәп директоры. Ғөмүмән, был йылдарҙа тирә-яҡты йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Камил Бәҙғетдин улы эшләгән осорҙағы тағы ла бер матур күренеш – 2002 йылдан алып мәктәпте миҙалға тамамлаусылар күренә башлай. Әлеге көнгә тиклем барлығы 17 уҡыусы миҙал алған. Балаларҙың Берҙәм Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып килеүҙәре, күпләп юғары уҡыу йорттарына инеүҙәре лә мәктәптә көслө уҡытыусылар коллективы тупланыуын билдәләй.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 15-се һанында (22.02.2018) уҡығыҙ.