Маҡар ауылы егете Илмир Атауллин Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ҡулына диплом алғас та үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә.
Күп балалы ғаиләлә берҙән-бер ир бала булған Илмирға, ысынлап та, йылы ҡанат аҫтында ғына иркәләнеп үҫергә тура килмәй. Әсәһе, апаһы, йәнә өс һеңлеһе өсөн ул һәр саҡ терәк, төп ярҙамсы була. Әсәһе Альбина ханым да улын һеңлеләренә өлгө итеп тәрбиәләргә тырыша. “Улым, тормошта ниндәй генә хәл булмаһын, һәр саҡ кеше булып ҡал, үҙ ғүмереңде намыҫлы, беҙ ғорурланырлыҡ итеп үт”, тигән теләктәрен йыш ҡабатлай ул. Илмирҙың ысын ир-егет булып үҫеүендә үгәй атаһы Фаяз ағайҙың да өлөшө бар. 2016 йылда Илмирҙың ғаиләһе өй туйлай. Йортто егет үгәй атаһы менән бергәләп төҙөй. Тиҫтерҙәре каникулда рәхәтләнеп һыу инергә, кистәрен дискотекала йөрөгәндә Илмир таңғы сәғәт етенән тороп, төҙөлөшкә сыға һәм ҡояш байығансы шунда була. Барлыҡ эшкә лә өйрәткән өсөн Илмир Фаяз ағайға рәхмәтле.
Әйткәндәй, егет әсәй фатихаһына тоғро ҡала, әрме хеҙмәтендә үҙен лайыҡлы яҡтан күрһәтеп тә өлгөрә. Яңыраҡ Альбина Ҡаһарман ҡыҙы улы хеҙмәт иткән һәм белем алған Новосибирск ҡалаһының юғары хәрби команда училищеһының разведка буйынса кесе белгестәрҙе әҙерләүсе уҡыу үҙәге начальнигы, полковник А.Бушуевтан Рәхмәт хаты алған. Хатта былай тиелә: “Һеҙҙең улығыҙ Атауллин Илмир Юлдаш улы хәрби әҙерлек буйынса һәр саҡ тик юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ротаның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында хөрмәт ҡаҙанды. Һеҙ улығыҙ менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”. Ата-әсә өсөн балаһы тураһында йылы һүҙ ишетеүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡтыр. Хәҙер был хат һәм дә һалдаттың күпләгән фотолары өйҙөң иң түрендә урын алған. Хәрби хеҙмәтен ул Новосибирск ҡалаһындағы 24-се махсус тәғәйенләнештәге айырым бригадала рядовой дәрәжәһендә башҡара. Яҡшы физик әҙерлектә булыуы уға һауа-десант ғәскәрҙәренә алыныу өсөн нигеҙ була. Ярты йыл эсендә өс тапҡыр парашют менән һикереп өлгөргән яҡташыбыҙ!
- Тәүге осоуҙы аңламай ҙа ҡалһам, икенсе тапҡыр үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тойҙом, сөнки был юлы хәрби ҡорал менән һикерҙек. Хистәр әйтеп биргеһеҙ. Бер юлы ҡурҡыу һәм тулыһынса азатлыҡ хисе, - тип уртаҡлаша егет.
Әсәй өсөн балаһы һәр саҡ бала булып ҡала. Альбина ханым да улын үтә лә һағыныуын йәшермәй. Әрменән тыуған йортҡа шылтыратыу һирәк мөмкинселек, шуға ла уны барлыҡ ғаилә өҙөлөп көтөп ала. Заманса технологиялар заманы тиһәң дә, һеңлеләре һалдатҡа табаҡ тултырып хаттар яҙа, ә иң кесеһе Гөлназ һүрәт төшөрөп ебәрә икән. “Әрмелә егеттәр миңә көнләшеп ҡарай, хатта хат алыу буйынса рекордсы тип тә атанылар”, тип шаярта Илмир.
- Әрме сыҙамлылыҡты, ихтыяр көсөн тикшереү өсөн яҡшы мәктәп. Бында кешеләрҙе яҡшыраҡ күрә-белергә, дуҫлыҡ ҡәҙерен танырға өйрәнәһең. Башҡорт егеттәре менән берләшеп, дуҫлашып алдыҡ, - ти һалдат. – Шарттар бында еңелдәрҙән түгел, шулай ҙа барыһына ла күнәһең. Разведчик-радист булараҡ урманға йыш сығабыҙ, усаҡ яғып тамаҡҡа ла әҙерләйбеҙ.
Әрменән әйләнеп ҡайтыу менән Илмир алған һөнәре – инженер булып эш башларға һәм ғаиләһенә ярҙам итергә уйлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп магистратурала белем алыуын да дауам итмәксе. Әйткәндәй, тыуған ерҙә уны һөйгән ҡыҙы ла көтә, тимәк, ваҡыты менән гөрләтеп туй ҙа яһамаҫтар тимә! Һалдат бутҡаһын татып, ысын
хәрби әҙерлек мәктәбен үтеп йөрөүсе Илмирҙың маҡсаттары ысынбарлыҡҡа ашып, юлдары гел уң булыуын теләйбеҙ.