Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2018, 02:00

Туған телен һаҡлаған халыҡ ҡына үлемһеҙ

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө


Урамда 2018 йылдың буранайы. Бығаса күреп өйрәнгән ап-аҡ өйөрмәләр булмаһа ла, күңелдәрҙә ниндәйҙер йылылыҡ, өмөт бар. Сөнки быйылғы йыл – илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәм ғинуарҙың тәүге көндәрендә үк донъяға килгән сабыйҙарға дәүләтебеҙ ярҙам программаларын башлап ебәрҙе. Күңелдәрҙә ышаныс уянды: ғаилә, балалар – илебеҙҙең иң ҡәҙерле таянысына әйләнә бара.
Ә беҙгә, туған тел уҡытыусыларына иһә, ошо яңы тыуған сабыйҙар ни тиеп телен асыр икән, тигән һорау килеп баҫа. Сөнки әле матди яҡтан көсәйтелгән хәлдә лә, ҡайһы бер йәш ғаиләләр балаларының рухи үҫешен тәьмин итергә әҙер булмай сыға. Балаһы көслө рухлы, тәрбиәле һәм итәғәтле булып үҫһен тип теләгән һәр әсә тәрбиәнең ғаилә тамырынан килгән туған телдән башлана икәнлеген аңлап бөтөрмәй. Йә үҙҙәре 80-90-сы йылдар араһында телдәре боҙолоп, туған телдәрен онотҡан ғаилә булып сыға, һәм күңелдән генә балаһы туған телде мәктәптә өйрәнер, тигән уй менән йәшәй. Ләкин был проблемаға ҡайта-ҡайта шуға инанаһың: туған тел өйрәнеү ғаиләнән башлана! Бында мәсьәлә шулай уҡ ике яҡлы. Беренсенән, хатта бер һүҙ ҙә белмәгән милли ғаилә туған телгә ихтирам менән ҡарай икән, мәктәп дәрестәре ярҙамында балала туған телгә һөйөү, дәрестәргә ҡыҙыҡһыныу уяна, сөнки өйҙә уның һәр бер уңышын, яңы һүҙен аңлап, көтөп торған ғаиләһе бар. Икенсе осраҡта, милли ғаилә үҙе лә туған теленән ситләшеп йәшәгән, хәҙер балаһына ла уға ҡарата ниндәйҙер кире ҡараш тәрбиәләй, кәрәкмәгән бер предмет итеп ҡабул итә, ә был бала күңелендә кире орлоҡтар булып шыта, һәм тиҙҙән телдең моңон ишетмәгән маңҡорт үҫә башлай. Был ғаилә үҙ ҡулы менән телен белмәгән рухһыҙ быуын тәрбиәләй башлай, уның нимәгә килтерәсәген әле үҙе лә аңлап бөтмәй.
Бындай саҡта йәш ғаиләгә ярҙамға өләсәйҙәр-олатайҙар ҙа килә ала. Әле туған телен белгән өләсәйҙәр күп, уларҙың күңел йылыһы менән ғаиләлә телгә ҡараш үҙгәрергә мөмкин. Ғөмүмән, өлкән быуын менән тығыҙ бәйләнешле тәрбиә һөҙөмтәһеҙ ҡалмай: беренсенән, ғаиләлә быуындар бәйләнеше нығына, тәрәнәйә, өлкәндәргә ихтирам, ҡәҙер итеү тәрбиәләнә, икенсенән, туған тел нығытыла, мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Әйтергә кәрәк, йәш ғаиләнең ҡайһы саҡта был бәйләнештәр өсөн ваҡыты етмәй, шундай саҡта өләсәй мәктәбе ныҡлы таяныс була ала. Һөҙөмтәлә, телгә битараф булмаған бала тәрбиәләнә, уны мәктәптә лә тиҙ күреп алалар, үҫтерәләр, ул үҙе лә уҡытыусыһының иң яҡын ярҙамсыһына әйләнә. Был фекерҙәр оҙайлы эш йылдары араһында булған күҙәтеү-һығымталар емеше булды. Рус телле уҡыу йорттарында туған тел уҡытыуҙағы проблемаларының иң әсендәргәне лә улар, сөнки башҡорт балаһының сит мөхиттә үҙ туған телен белмәй үҫеүе, туған моңдарыбыҙҙан, рухыбыҙҙан ситләшеүе бөгөн көн ҡаҙығына һуғылған мәсьәлә булып ҡала. Туған телебеҙҙе һаҡлау мәсьәләһе киҫкенләшкән осорҙа тел уҡытыусыһының берҙән-бер таянысы ул – ғаилә, ошо проблемаларҙы аңлаған милли ғаилә. Атай менән әсәй бер һүҙҙән булып, балалары алдындағы абруйын ошо йүнәлештә файҙалана икән, ғаиләлә туған тел яңғыраясаҡ, бала ҙур теләк менән дәрестәргә әҙерләнәсәк. Әле башҡорт йырын, әле бейеүен башҡарған балалар байрамдарыбыҙ биҙәге булып торалар, туған телдә шиғыр ятлау, инша яҙыу бәйгеләре лә телебеҙҙе нығытыуға бер аҙым булып тора. Бында ошондай балаларҙы күреп, артабан үҫтереү, дәрестәрҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәреү эше менән туған тел уҡытыусыһының фиҙаҡәрлеге төп ролде уйнай. Сөнки төрлө милләт балалары ҡайнап торған ҡала мәктәбе мөхитендә күңел йылылығын биреүсе туған тел дәрестәре телде һаҡлау, уны үҫтереүҙең берҙән-бер юлы булып ҡала. Уны һис юғында дәрестә аралашыу, диалог ҡороу, уҡыусы үҙ фекерен яҙып бирерлек кимәлгә күтәреү өсөн уҡытыусыға методик яҡтан көслө, предмет яғынан тәрән белемле булып, алдынғы тәжрибәгә, педагогиканың, мәғлүмәт технологияларының иң отошлоһона таянып эшләргә кәрәк. Был йәһәттән, ҙур тәжрибә туплап, ҡалабыҙҙа туған телде үҫтереү эшендә янып йөрөп эшләгән уҡытыусыларыбыҙҙы ла телгә алмай китеү мөмкин түгел. Туған тел уҡытыуҙы юғары кимәлгә ҡуйып, Ишембай еренең данын күтәргән педагог-уҡытыусыларыбыҙ - эш урындарын йыһазлап, үҙ эштәренә уҡыусыларын йәлеп итеп, төрлө бәйге, олимпиадаларҙа район, республика кимәленә уҡыусыларын сығара алған Мәрйәм Исхаҡова, Әлфира Минебаева, Гүзәл Иҙрисова, Альбина Хәлисова, Фәймә Тимерғәлина, Фәриҙә Ҡорбанова, Венера Әйүпова, Розалиә Шаһиева, Гөлсәсәк Кулшекова, Рәйсә Мөхәмәтова, Әлфиә Шакирова, Дилә Мөхәмәтйәнова һәм башҡаларҙы хаҡлы рәүештә үҙ эштәренең оҫталары тип әйтер инем. Улар яулаған үрҙәр тураһында гәзит биттәрендә әленән-әле мәҡәләләр күренеп тора. Республика, район кимәлендә уҙғарылған ҙур бәйгеләр “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр, “Башҡортостан ынйылары”, “Башҡорт халыҡ уйындары”, Шәжәрә байрамдары һәм башҡа милли телде үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар шул уҡытыусылар тырышлығы менән уҙғарыла, яңы исемдәр асыла, туған телде һаҡлауға ҙур өлөш индерелә. Туған тел уҡытыусыһының рус мәктәбендәге статусы, уға булған ихтирам, ыңғай мөнәсәбәте лә ошо бер туҡтауһыҙ янып эшләүе менән яулана. Туған тел уҡытыуға булған төрлө ҡараштар, ваҡытһыҙ үҙгәрештәр, туҡтауһыҙ талап ителгән ҡағыҙ эше уҡытыусыны төп эшенән ситләштереп, аяҡ салып та ҡуя, ләкин улар Феникстай кире ҡалҡалар, үҙҙәренең педагогик эшенә, балаларға булған һөйөү хаҡына тағы ла ярһыуыраҡ эшкә тотоналар. Уларҙың ябай ҙа, матур ҙа эше бөгөнгө февраль һалҡындарын иретерлек ялҡынға тиң. Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙағы берҙән-бер башҡорт гәзите биттәрендә тәжрибәле уҡытыусыларҙың ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен сағылдырған мәҡәлә, фотовернисаждар күрге килә, сөнки гәзит уҡыла, ғаиләләр аралаша, тимәк, туған телде үҫтереүгә мөмкинлек тә арта. Ә был беҙҙең дөйөм эш, уны беҙгә ситтән килеп эшләмәйәсәктәр, үҙебеҙҙә тупланған тәжрибәне халыҡҡа таратайыҡ, берҙәм булайыҡ. Шунда телебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа көслө булыр.
Читайте нас: