Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2018, 02:00

Бәхет асҡысы - ғаиләлә

Күптән түгел Ишембайҙан Юлиә һәм Илдар Хәсәновтар ҙа республикабыҙҙа демографик хәлде яҡшыртыуға һәм йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеүгә маҡсатланған ярҙамды алған.

Тәүге бала өсөн 300 мең һум. Былтыр Башҡортостан Башлығының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мохтажлығы булған йәш ғаиләләргә социаль түләү хаҡында Указы бик күптәрҙә фатир алыуҙы тиҙләтеү өмөтө уятты. Күптән түгел Ишембайҙан Юлиә һәм Илдар Хәсәновтар ҙа республикабыҙҙа демографик хәлде яҡшыртыуға һәм йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеүгә маҡсатланған ярҙамды алған.


2016 йылда никахлашып туй үткәргән йәш ғаиләнең былтыр бәхеттәрен ишәйтеп улдары тыуған. Ғинуарға аяҡ баҫҡанда ғына донъяға килгән сабый атай-әсәһенә тиҙерәк фатирлы булырға ярҙам итәсәге хаҡында белмәй ҙә, әлбиттә.


- Ул саҡта үҙебеҙ ҙә ниндәйҙер ярҙамға өмөт итмәгәйнек, февралдә генә интернет аша ошондай Указ әҙерләнеүе хаҡында уҡып белдек. Унда 2017 йылдың 1 ғинуарынан донъяға килгән балалар күҙ уңында тотола. Илһамыбыҙ ҡалай ваҡытын белеп тыуған, тип ҡыуанып ҡуйғайныҡ, - ти Юлиә бәпесен ҡосҡан тәүге бәхетле минуттарҙы иҫкә алып. - Беҙ эште үҙебеҙҙең район хакимиәтенә мөрәжәғәттән башланыҡ, унда талап ителгән документтар пакетын тултырырға бирҙеләр. Июнь айында Күп функциялы үҙәк аша уларҙы тапшырып та ҡуйҙыҡ. Бөтә талаптарға яуап бирә инек. Ғаилә ошо социаль ярҙам менән бер өлөшөн ҡаплап фатир ала икән, уның артабан ипотека түләрҙәй килеме лә булырға тейеш. Документтарҙы туплап ебәргәндән һуң республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан шылтыратып, документығыҙҙа хата киткән, ике көн эсендә килеп төҙәтергә кәрәк, тинеләр. Ирем ҡырҙа эштә, ҡулда сабый. Һәр саҡтағыса атай-әсәй ярҙам итә: ҡайным Өфөгә тиҙ генә алып барып, алып ҡайтты. Торлаҡҡа мохтаж йәш ғаиләләргә сабыйҙары тыуыу менән сиратҡа торорға кәңәш итәм, төрлө дәүләт программалары эшләй. Береһен үҙебеҙҙә тойҙоҡ.


Эйе, баланы дәүләт ярҙам итер тип тапмайһың. Әммә эш хаҡы фатир яллауға, ипотека ябыуға китеп торғанда, икенсе бала түгел, беренсеһен табыуҙы һуңғараҡҡа ҡалдырып торған парҙарға был баһалап бөткөһөҙ ярҙам. Хәсәновтар әлегә бүлмә алып торған. Уныһы булғас, фатирын да туйларбыҙ, ти ысын ғаилә бәхете балаларҙа икәнлеген аңлаған йәштәр.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: