Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2018, 02:00

Һан менән түгел, сифат менән алдыра

Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу ысулы көнкүрешкә инә бара. Эре, көр быҙау алыу яҡлы хужалар яңы алымға өҫтөнлөк бирә.

Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу ысулы көнкүрешкә инә бара. Эре, көр быҙау алыу яҡлы хужалар яңы алымға өҫтөнлөк бирә.


Ишембай районы биләмәһендә әлеге көндә яһалма ҡасырыу буйынса биш пункт эшләп килә. Былтыр барлығы 388 баш һыйыр яһалма аталандырылған. Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы буйынса ветеринария станцияһының ветеринар табибы Альбина Ураҙғолова билдәләүенсә, орлоҡтар “Башплемсервис” ауыл хужалығы предприятиеһынан ҡайтарыла. Һөт йүнәлешендәге симменталь, ҡарасыбар голштин, ит йүнәлешендәге абердин ангусс тоҡомло малдарҙың орлоҡтарын һайларға мөмкин.


Этҡол ветеринария участкаһы мөдире, Уразбайҙа йәшәүсе Ильмир Дәүләтҡоловтың да малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Үҙенең шәхси хужалығында ла ул яһалма ҡасырыу ысулын ҡуллана һәм алынған быҙауҙарҙан ҡәнәғәт. Бынан ике аҙна элек кенә уның бер һыйыры быҙаулаған. Көр, теремек быҙау әҙәтиҙәгеләрҙән ҙурыраҡ күренә.


- Тыуғанда уҡ эре һөйәкле булды, тояҡтары көслө ине. Әйткәндәй, һыйыр үҙе лә симменталь тоҡомло, яһалма ҡасырғанда ла әлеге тоҡом орлоғо файҙаланылды. Артабан да ошо алымды ҡулланырға уйлайым, - ти ул.


Яһалма ҡасырыуҙың күп кенә ыңғай яҡтарын билдәләй белгестәр. Көтөүҙә йөрөгән ваҡ үгеҙҙәр йыш ҡына төрлө ауырыу сығанағы ла булып тороуын әйттеләр.


- Яҙын көтөү сығыу менән ауырыу үгеҙҙәр әллә күпме һыйырҙы зарарлай. Һөҙөмтәлә, быҙаулағандан һуң һыйырҙарҙа эндометрит, вагинит кеүек сирҙәр асыҡлана. Уны дауалау ауырлығы ветеринарҙарға төшә. Мал хужаларына ла мәшәҡәт. Ә яһалма ҡасырыу бер тапҡыр ҡулланыла торған инструменттар, бирсәткәләр ярҙамында эшләнә, сифатлы, тикшерелгән орлоҡ ҡулланыла. Бары тик үҙ ваҡытында башҡарыу мөһим. Бына әле көтөү сыҡҡансы, яһалма ҡасырыу өсөн бик тә уңайлы мәл, - тип һүҙен дауам итте участка мөдире.


Яҡшы орлоҡтан тыуған малдың етештереүсәнлеге лә юғары. Һөт мул кәрәк икән, хужалар симменталь тоҡомло орлоҡҡа өҫтөнлөк бирә. Дәүләтҡоловтар ғаиләһе лә малдың һаны менән түгел, ә сифаты яғынан алдырырға тырыша. Был шәхси хужалыҡ ихатаһында әлеге көндә дүрт һауын һыйыры аҫрала. Үҙҙәренән артҡанды баҙарға алып сығып һатып, файҙаһын күрәләр.


Һуңғы осорҙа халыҡ араһында, мал тотоу отошло түгел, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Был төбәктә киреһенсә уларҙың һаны арта. “Бигерәк тә этҡолдар күпләп мал тота башланы. Был ауылда һыйыр малы быйыл 100 башҡа артты”, - тип һөйләне Ильмир Биктимер улы.


Ғөмүмән, ветеринар участкаһы мөдире Ильмир Дәүләтҡолов менән фельдшер Рим Латипов ҡарамағында Этҡол, Уразбай, Аҙнай, Хажы, Әсе Ялан, Татьян, Подлесный ауылдарынан барлығы 1300 баш һыйыр малдары, 450 баш һарыҡ-кәзәләр, 200 баш ат иҫәпләнә. Йорттар буйлап йөрөп ветеринарҙар малдарға төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан профилактик вакциналау уҙғара, диагностик тикшереүҙәр эшләй.


Был сараларҙың барыһы ла яман сирҙәр килеп сығыуына юл ҡуймау, кешеләрҙе сифатлы, хәүефһеҙ малсылыҡ продукцияһы менән тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла.




Фото: автор.
Читайте нас: