Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2018, 02:00

Яугирҙар ҙурланды

Яугир-интернационалистарҙы, Ватаныбыҙҙан ситтә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө айҡанлы Маҡар ауылында фәһемле, илһөйәр сара үтте.

Яугир-интернационалистарҙы, Ватаныбыҙҙан ситтә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө айҡанлы Маҡар ауылында фәһемле, илһөйәр сара үтте.
Ауыл биләмәһенән һигеҙ ир-егет Афған һуғышын үтә, уларҙың барыһына ла имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була. Фәнис Абдуллин, Рәфил Алтынбаев, Минияр Хужәхмәтов, Әҙһәм Дауытов, Наил Ғиззәтов, Кәбир Ибәтуллин, Рамазан Мөхәмәтйәнов, Минияр Вәлиев – уларҙың намыҫлы хеҙмәте тәрән хөрмәткә лайыҡ. Кисәгә шулай уҡ Чечен ерендә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан ауылдаштар саҡырылғайны. Йәш быуын был көн уйландырырлыҡ хәтирәләр ишетте, яугирҙар ҡәҙер-хөрмәт тойҙо. Хәрби хеҙмәтен Белоруссия Төньяҡ флотында үтәгән запастағы капитан Мансур Вәлиев һәм запастағы офицер, оҙаҡ йылдар мәктәпте етәкләгән Харис Фәтҡуллин бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне. Сара матур сәй табыны артында тамамланды.


Читайте нас: