Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2018, 02:00

Моң йөрәктә ярыла

Маҡар ауылы китапханаһы “Шарлауыҡ” клубы ағзалары һәм Маҡар урта мәктәбе менән берлектә Назар Нәжми ижадына арналған «Моң йөрәктә ярыла» исемле матур сара ойошторҙо.

Маҡар ауылы китапханаһы “Шарлауыҡ” клубы ағзалары һәм Маҡар урта мәктәбе менән берлектә Назар Нәжми ижадына арналған «Моң йөрәктә ярыла» исемле матур сара ойошторҙо.
Алып барыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры булыуын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын, төрлө гәзит – журналдарҙа эшләүен, талантлы драматург икәнен бәйен итте.
Кисәнең икенсе өлөшөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе биҙәне. Назар Нәжмиҙең шиғыр-поэмаларын башҡорт һәм рус телендә һөйләүсе бәйгеселәрҙең һәр береһе ентекле әҙерләнгән ине. Бигерәктә тә Финә Фаррахова, Рәмзиә Мораҙымова, Әлфиә Мавлетшина, Алина Алтынбаева, Регина Мусина, Алһыу Хәсәнова, Дияна Йомағужина, Радмир Хәбибуллин, Әмир Икрамов шағирҙың шиғырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Кисә барышында китап уҡыусылар «Тыуған яҡтың йырсыһы» исемле презентация менән дә танышты.


Читайте нас: