Теҙелеп киткән тауҙар теҙмәһе артынан ҡышҡы ҡояш ҡалҡыу менән ауылыбыҙ урамдарына йәм биреп Һайран ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә менән Әлфирә күренә. Тәүге көндәрҙә, ни йомош менән, ниндәй елдәр алып килде, тигән уйҙар үтһә, хәҙер инде ҡасан миңә киләләр, тип көтөп тора ололар.
Ни өсөн тиһегеҙме? Беҙҙең ауыл Волонтерҙар йылына старт алды. Кесе йома һайын ҡыҙҙарыбыҙ, ҡулдарына тәмле, селтәрләнеп бешкән ҡоймаҡтарын тотоп, оло йәштәге инәй-бабайҙарға йөрөп хәлдәрен белешәләр, булған тиклем өй эштәрендә ярҙамлашалар. Инәйҙәрҙең ҡыҙҙар менән аралашыуҙан күңелдәре күтәрелеп, тормош хәлдәрен, матбуғат яңылыҡтары хаҡында әңгәмәләшеп алғас, һүҙ ҡоймаҡ бешереү серҙәренә күсеп китә. Инәйҙәр нисек итеп ҡарабойҙай, тары ҡоймаҡтары бешергәндәрен ихласлап һөйләйҙәр. 95-ен тултырырға йыйынған Раҡия инәй бәләкәй генә көйө ултырғысҡа баҫып, килелә тары төйөп өйрә бешереп, таң атыуға әсәһенең мейестә ике табаны уйнатып, ҡоймаҡ бешереүен хәтерләне. Оло йәштәге инәйҙәрҙең күңеле ҙур һандыҡ бит ул. Саҡ ҡына сиртеп ебәрһәң, унан күпме тарих ағыла. Ошо осрашыуҙарҙан һуң, оҙон ғүмер юлы үткән инәйҙәрҙе күпте күргән, кисергән Шиҙе йылғаһына оҡшатып ҡуяһың. Хәҙерге матур тормошҡа шөкөр итеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй улар.