Этҡол ауылында Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 29 йыллығына арналған митинг үтте. Был сарала ошо һуғышта хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр - Сәйфуллин Наил, Мәхмүтов Булат, Арсланбаев Азамат та ҡатнашты.
10 йыл дауамында барған һуғышта Этҡол ауыл Советынан 7 егет ҡатнаша. Шуларҙың өсәүһе - Аҙнай ауылынан Ишморат Ғиниәтуллин, Уразбайҙан Рим Иблиәминов, Марат Әсәҙуллин тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайта алмай.
Митингҡа йыйылыусылар һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы
бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.