Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2018, 02:00

Елдерербеҙ әле матур юлдарҙан

Быйыл ҡарҙың аҙ яуыуы ҡышын да юлдарҙы ремонтларға мөмкинлек бирҙе. Скворчиха ауылына барғанда Мәктәп урамына ҡом түшәү эштәре бара ине.

Быйыл ҡарҙың аҙ яуыуы ҡышын да юлдарҙы ремонтларға мөмкинлек бирҙе. Скворчиха ауылына барғанда Мәктәп урамына ҡом түшәү эштәре бара ине.
Ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская әйтеүенсә, ҡом Алаҡайҙағы карьерҙан килтерелә. Был эште башҡарыуҙа “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы техникаһы ярҙамға килгән, шулай уҡ ауыл Советының да тракторы йәлеп ителгән.
Төҙөкләндереүгә бүленгән аҡса иҫәбенә йәйгә был урамға асфальт һалыу ҙа планлаштырыла.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, быйыл скворчихалар ошо урамда урынлашҡан ауыл клубының ҡыйығын ремонтлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әйткәндәй, киләсәктә ауыл Советын да был бинаға күсереү ниәтләнә.

Фото: автор.
Читайте нас: