Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2018, 02:00

Оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрәсәктәр

17 февралдә ҡаланың “Инсайт” психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәгендә (Ленин проспекты, 56) һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр өсөн “Изге бүләктәр” тип аталған оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Сара Ишембай районы муниципаль районының социаль үҫеш мәрхәмәтлелек фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Бергәләп үҫәбеҙ” проекты сиктәрендә 10.00-12.00, 12.30-14.30 сәғәттәрҙә һәм 20 февралдә 14.00-16.00, 16.30-18.30 сәғәттәрҙә уҙғарыла. Оҫталыҡ дәресенә килеүселәрҙе Евгения Карташова ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрәсәк. Ҡатнашыусылар эш барышында ижади һәләттәрен дә асасаҡ. 7-15-99 телефоны буйынса алдан яҙылырға була.
Читайте нас: