Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2018, 02:00

Килен ҡәйнә буҫағаһынан

Арлар ауылынан 92 йәшлек Гөлъямал инәй менән килене Рәйсә Сәғәҙей ҡыҙы Йәнтүриналар оҙаҡ йылдар әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу ғүмер итә.

Арлар ауылынан 92 йәшлек Гөлъямал инәй менән килене Рәйсә Сәғәҙей ҡыҙы Йәнтүриналар оҙаҡ йылдар әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу ғүмер итә.


Элекке замандарҙа ҡәйнәләре менән бергә йәшәгән килендәр ғәҙәти күренеш булған. Өләсәйле өйҙә балалар ҙа ҡараулы, оло кеше өйгә тере йоҙаҡ, донъяға күҙ-ҡолаҡ. Бөгөнгө көндә йәштәр, киреһенсә, ҡәйнә-ҡайныларҙан айырым йәшәүҙе хуп күрә. Шулай ҙа арабыҙҙа бер-береһенә таяныс-терәк булып донъя көткән килен-ҡәйнәләр юҡ түгел.


Улдарының ғүмерҙәре ҡыҫҡа була
Әсә өсөн иң ауыры булған бала ҡайғыларын да кисерә Гөлъямал Йәнтурина. Өс улының да ғүмерҙәре ҡыҫҡа була, йәшнәп йәшәр саҡтарында бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлашалар. Ҡара ҡайғылары менән яңғыҙы ҡалмай инәй, Себерҙә йәшәгән килене ҡәйнәһен ҡарарға ҡайта. Ул ваҡытта Рәйсә апайҙың балалары үҙҙәре лә башлыкүҙле булып бөткән була.
- Мин бәләкәйҙән олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫтем. Шуға күрә оло кешегә ихтирамлы мөнәсәбәт күңелгә бала саҡтан уҡ һалынған. 1969 йылда килен булып төштөм, шунда уҡ ҡәйнәм менән ҡайныма әсәй, атай тип өндәштем. Изгелекле булдылар, балаларҙы үҫтергәндә лә ярҙам иттеләр. Ҡайным ғына байтаҡ йылдар элек мәрхүм булды. Ситтә йәшәгән саҡта ла ҡәйнәм менән аралар өҙөлмәне. Хәҙер һигеҙ йыл бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтәбеҙ. Электән ул эшкә шәп булды, үҙ көсөнә ышанып йәшәне һәм әле лә шулай, - тип һөйләп алып китте Рәйсә Сәғәҙей ҡыҙы.
Тормош тәжрибәһе туплаған оло кешенең донъяға ҡарашы ла башҡаса. Гөлъямал инәй – беҙ бала саҡтағы ағинәйҙәрҙе хәтерләтте. Һөйләше менән дә, үҙен тотошо менән дә йәштәр өсөн ысын тәрбиә өлгөһө һымаҡ. Ниндәй һорау бирһәң дә яуабын халыҡ мәҡәле менән йөпләп ҡуя. Хатта йәш сағында икмәк һалған, аш бешергән мейесен дә ул боҙҙормаған. Килене йыл да матурлап аҡлап торғас, әле лә ул өйгә ҡот, йәм биреп ултыра. Был йортта боронғо самауыр ҙа ташланмаған. Йыйнаҡ ҡына бүлмәһендә ҡулына тиҫбе алып, доғалар уҡып ултырған инәйҙе тыңлаған һайын тыңлағы килә.
Халыҡ йырҙары – күңел йыуанысы
Инәйҙең тыуған ауылы – Уразбай. 1944 йылдан ул - Арлар килене. Бөгөнгө тормоштоң матурлығына һоҡланғанда һуғыш осорондағы михнәттәрҙе лә иҫкә алды.
- Хәҙер бөтә нәмә лә бар, һуғыш ҡына сыҡмаһын. 1942 йылда аслыҡ мәлендә дегәнәк тамырына тиклем бешереп ашаныҡ, андыҙ тамыры менән дә аслыҡты баҫтыҡ. Йыла ағасын тирмәндә тартып, онға ҡушып һалма итеп бешерҙек. Ундай ризыҡ ашҡаҙандан үтмәй йонсота ине. Ауырлыҡтарҙың барыһына ла түҙҙек. Свердловскийҙа һыу кисеп торфта ла эшләнек, - ти Гөлъямал Зариф ҡыҙы. Буласаҡ тормош иптәше менән ул тыуған ауылында таныша. Сит ауылдан уйынға килгән егеттең иғтибарын һылыу ҡыҙ тиҙ йәлеп итә. Дүрт көн һиҙҙермәй генә күҙәтеп йөрөгәндән һуң, өйөнә һоратырға бара. “Һөйгән һигеҙ булһа, яратҡан берәү”, - быға тиклем бик ишетмәгән мәҡәлдәрҙе лә әйтеп ҡуйҙы инәй. Һуғышта ҡатнашҡан яугир ире менән 40 йыл ғүмер итәләр, балалар үҫтерәләр. Һәр кем үҙ урынында булғанда ғына донъя кителмәй, тигән фекерҙә ул.
- Йәш ғаиләләргә теләгем - берегеҙ әйткәндә, икенсегеҙ шым торһон. Сабырлыҡтың төбө - һары алтын, ти халыҡ. Яман әйтер еңдем тип, яҡшы әйтер ҡуйҙым тип. Ҡатын-ҡыҙға сабырыраҡ булырға кәрәк, телде тыйыу ҙа зыян итмәй, - тип һорауға яуапты мәҡәлдәр менән яуап ҡайтарҙы.
Инәй үҙе лә күп һөйләргә яратмай. Һүҙ менән түгел, эше менән алдыра. “Ғүмер буйы колхозда эшләнем. Бер кем ялҡау тиеп әйтмәҫ. Эшләгәнгә һаулығым да шәп”, - тип хеҙмәт менән кешенең сынығыуын билдәләне.
Ысынлап та, туҡһан йәштән артып китһә лә, сәләмәтлегенә зарланмай, дауахана юлын тапамай. Уның һаулығына әле йәштәр көнләшерлек. Эҫе мунсала йыуынырға күптәрҙең хәленән килмәгәндә, оло йәштәге инәй рәхәтләнеп сабына. Миндекте үҙе йыйып алып ҡайта, уға мәтрүшкә ҡушып бәйләй. “Мәтрүшкәле миндек сабынғанда хуш еҫле була”, - тип һөйләшкән арала белгәнен өйрәтеп, кәңәштәрен дә биреп ултырҙы.
Олоғайғас та эшһеҙ тороуҙы үҙ итмәй ул. Үҙенең 90 йәшлек ғүмер байрамына 41 пар башалтай бәйләп ҡуя. Уны ҡотлап килеүсе туғандарына, яҡындарына өләшеп үҙе лә һөйөнә.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 11-се һанында (9.02.2018) уҡығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: