Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2018, 02:00

Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек хаҡиҡәт

Ҡарайған ауылы мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылына арналған "Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек хаҡиҡәт" тип аталған сара уҙҙы.

Быйылғы 2018 йылды президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ошо уңайҙан Ҡарайған ауылы мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылына арналған "Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек хаҡиҡәт" тип аталған сарала ҡатнашып ҡайттыҡ. Яр-Бишҡаҙаҡ, Урман-Бишҡаҙаҡ һәм Ҡарайған ауылдарының әҙәбиәт һөйөүселәре йыйылды был сараға.
Ғаилә ҡиммәттәренә, һис шикһеҙ, иң беренсе, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә ағзаларының бер-береһенә яҡшы, ихтирамлы мөнәсәбәте, балаларының ата-әсәһенә изгелекле мөғәмәләһе, үҙ-ара татыулыҡ, зарарлы ғәҙәттәрҙән азат булыу, сәләмәт тормош алып барыу инә. Ошо мәңгелек темаға ҡағылған мөнәсәбәт сағылған шиғырҙар уҡылды, йырҙар йырланды был матур сарала.
Читайте нас: