Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2018, 02:00

Камиллыҡҡа “Идеал Дент” менән

9 февраль - Халыҡ-ара стоматолог көнө

9 февраль - Халыҡ-ара стоматолог көнө


“Стоматолог” һүҙе тештәре һаулығын хәстәрләү мәҙәниәте юғары булған замандаштарыбыҙҙа ауыртыныу тойғоһо тыуҙырмай. Һәр хәлдә Йәнырыҫ ауылы ир уҙаманы Фәнис Сәлихов етәкләгән “Идеал Дент”ҡа йөрөүселәр бының менән килешер. Ошо өлкәлә 25 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған табип-стоматолог халыҡ ышанысын яулаған йәш, көслө белгестәр командаһы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала.


- Тештәрҙе ҡаратып тороу – һаулыҡтың бер нигеҙе. Боҙоҡ тештәр бик күп сирҙәргә асыҡ ишек икәнен барыбыҙ ҙа белә, әммә... Ысындан да, беҙҙә теш табибына күренеп тороу мәҙәниәте аҡһай, - ти Фәнис Флүр улы һаулығыбыҙға

иғтибарҙың самалы булыуын күҙ уңында тотоп. - Һаман да теш йүнәтеүҙә ҡурҡыу тойғоһонан арына алмайбыҙ. Тештәрҙе ныҡлы боҙғас ҡына табипҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Хәҙер технологиялар, дауалау алымдары бөтөнләй икенсе. Мөмкин тиклем ауыртыуһыҙ дауалау - төп маҡсаттарҙың береһе. Һөнәри курстар үткәндә бер Германия профессорының һөйләгәне иҫтә ҡалған. «Миңә шул көнгә шул сәғәткә ҡайтып етергә һәм теш табибыма күренергә кәрәк», тип ҡабаланды ул. Был илдә әгәр табибыңа ваҡытында күренмәһәң, стоматология хеҙмәттәре күпкә ҡыйбатлана. Ә беҙҙә һаулығыңды ваҡытында хәстәрләүгә ҡарағанда машина яңыртыуҙы өҫтөн күрәләр.


Килешмәй булмай. Улайһа, табип менән әңгәмәләшкән арала ғына 30 йәшкә лә етмәгән бер нисә ир-егеттең, һеҙҙә теш алдырып буламы, тип килеүен нисек аңларға?


Тәжрибәһе, оҫталығына таянып, Фәнис Флүр улы 2012 йылда Совет урамы, 25 адресы буйынса асып ебәргән “Идеал Дент” стоматологияһында тағы дүрт теш табибы эшләй. Әлфиә Ҡаһарманова, Рима Ҡотлоюлова, Денис Ғарипов, Илдар Вәлишин кеүек һөнәрендә үҙен тапҡан йәштәр менән эшләүе үҙе бер ҡаҙаныш, тип һанай етәксе.


- Халыҡта тештәрҙе дауалауға ихтыяж ҙур. Хеҙмәттәрҙе сифатлы итеп күрһәтеү яҡташтарымдың ышанысын яуларға ярҙам итте.


Ишембайҙа импланттар ҡуйыуҙы ла беҙ иң тәүгеләрҙән башланыҡ. Был йүнәлештә Көньяҡ Кореяның донъяға киң танылған “Osstem” фирмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Италия, Кореяла, быйыл Ҡытайҙа һөнәри үҫеш биргән симпозиумда ҡатнаштыҡ. Ғөмүмән, коллективта һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, - тине Фәнис Флүр улы уңышының серен аңлатып. Тиҙҙән ул ҡалабыҙҙың Стахановсылар урамында биш креслоға иҫәпләнгән тағы ла бер стоматология кабинетының асылыуы хаҡында ла белдерҙе. Район халҡы өсөн “Идеал Дент”тың телефон номерҙарын биреп ҡуйыу ҙа уңайлы булыр: 77-0-70 һәм 8-987-48-77-070. Табипҡа күренеүгә яҙылып ҡуйыу, кәрәк икән ошонда уҡ тештәрҙе рентгенға төшөрөү, дауаланғандан һуң гарантия – барыһы ла ҡулай. Сәләмәтлек үҙебеҙҙең ҡулда тип ҡабатларға яратһаҡ та, табиптан уңыу тигән нәмә лә бар. Тештәребеҙҙе идеал итер өсөн тырышҡан “Идеал Дент” коллективына киләсәктә лә дауаланыусылар рәхмәтен ишетеп эшләргә булһын.



Фото: автор.
Читайте нас: